Социаль мәсьәлә
17 Декабря 2019, 08:25

Кем күпме йәшәй?

Кеше пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса нисә йыл йәшәгәнен белеү өсөн тикшереү үткәргәндәр. Асыҡланыуынса, Рәсәйҙә ирҙәр пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса 7,5 йыл йәшәй.

Кеше пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса нисә йыл йәшәгәнен белеү өсөн тикшереү үткәргәндәр. Асыҡланыуынса, Рәсәйҙә ирҙәр пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса 7,5 йыл йәшәй.


Ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек оҙағыраҡ, йәғни 22,6 йыл йәшәй. Бары Ингушетияла ирҙәр пенсияға сыҡҡас та байтаҡ ғүмер кисерә – 18,6 йыл. Унан ҡала Дағстан (15 йыл) һәм Мәскәү (14,4 йыл) килә. Тывала ирҙәрҙең ғүмер оҙайлығы ҡыҫҡа, пенсияла ни бары 1,3 йыл ғына булалар. Иркутск һәм Йәһүд автономиялы округы ирҙәре лә, пенсияға сыҡҡандан һуң, уртаса 3,2 һәм 3,4 йыл ғына йәшәй.


Ингушетия ҡатын-ҡыҙҙары хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы ла утыҙ йылға тиклем ғүмер кисерә. Саха-Яҡут һәм Мурманск өлкәһе аҫыл заттары ла уларҙан әллә ни ҡалышмай.


Читайте нас