Социаль мәсьәлә
18 Декабрь 2019, 16:30

Йорттар йәшәүгә яраҡһыҙ

Бөрйәндә етемдәргә шундай торлаҡ бирелгән...

Бөрйән районында етемдәргә йәшәргә яраҡһыҙ торлаҡ бирелгән.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылдың авгусынан 2017 йылдың ноябренә тиклем Бөрйән районы хакимиәте һәм шәхси эшҡыуар араһында етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балалар өсөн торлаҡ һатып алыуға муниципаль контракттар төҙөлә.
Хакимиәттең вазифа биләгән етәкселәре тарафынан торлаҡтарҙың даими йәшәргә яраҡлылығы тураһында һығымта яһала һәм килешеү нигеҙендә 5 етемгә бирелә.
Тикшереү органдары етем һәм ҡарауһыҙ ҡалған балаларға бирелгән торлаҡтарҙың йәшәүгә яраҡһыҙлығын, төҙөлөш ҡанундарына, проект документацияһы һәм техник регламент талаптарына яуап бирмәгәнлеген асыҡлаған.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас