Социаль мәсьәлә
19 Декабрь 2019, 10:00

Әсәһе – иҫерек, балаһы – теләнсе...

Туғыҙ йәшлек малайҙың яҙмышын хәл итеү өсөн ҡануниәт нигеҙендә саралар күрелгән. Балаһының яҙмышын спиртлы эсемлектәргә алмаштырған ҡатын менән ни булыр?

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, ноябрь аҙағында Бөрө районы буйынса эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторы Дарья Ермолаева социаль селтәрҙәрҙә мониторинг үткәргәндә ҡалала туғыҙ йәшлек малайҙың хәйерселек итеү осрағын асыҡлаған (был хаҡта матбуғат сараларында ла хәбәр булғайны).
Полиция капитаны Ермолаева, ҡалалағы бәлиғ булмағандарҙың күбеһен һәм уларҙың ата-әсәләрен танып белгәнгә күрә, кисекмәҫтән малай йәшәгән йортҡа йүнәлгән, уның менән район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге белгесе лә барған.
Баҡһаң, үҫмерҙең әсәһе инде әллә нисәнсе көн эсеп йөрөй икән. Тикшерергә килгәндә лә 33 йәшлек ҡатын иҫерек булған.
Әсәгә ҡаршы административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән, мәғлүмәт Бөрө районы хакимиәтенә еткерелгән.
Һөҙөмтәлә, туғыҙ йәшлек малайҙың яҙмышын хәл итеү өсөн ҡануниәт нигеҙендә саралар күрелгән: ул балалр һәм үҫмерҙәр өсөн Балтас социаль приютына оҙатылған, балаһының яҙмышын спиртлы эсемлектәргә алмаштырған ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында документтар Бөрө ҡалаһы һәм районы хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенә ебәрелгән.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас