Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Декабрь 2019, 10:25

Миленаны Советтар Союзы Геройы ҡотлаған

"Ҡыш етһә, үҙенә кәрәк-яраҡҡа тип биргән аҡсаға бесәйҙәр өсөн ҡоро аҙыҡ һатып ала, подвалдарҙағы бесәйҙәрҙе ашата..."

Советтар Союзы Геройы, космонавт Александр Баландин йәш ирекмән Милена Насированы 13 йәш тулыуы менән ҡотланы.

Ҡыҙыҡай бала саҡтан әсәһе Алина Насирова менән ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Быйылғы тыуған көнөн дә ул балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән билдәләгән.

Әсәһе белдереүенсә, тыуған көнөн балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән үткәреү теләген Милена үҙе белдергән. "Беҙ йомшаҡ айыуҙар, тәмлекәстәр һатып алдыҡ, тортҡа заказ бирҙек. Ишембай ҡалаһындағы балалар йортонда ҡыҙымдың тыуған көнөн үткәрҙек. Милена бик хәстәрлекле һәм изге күңелле ул. Ҡыш етһә, үҙенә кәрәк-яраҡҡа тип биргән аҡсаға бесәйҙәр өсөн ҡоро аҙыҡ һатып ала, подвалдарҙағы бесәйҙәрҙе ашата..."

Әйткәндәй, Алина Насирова дүрт йылға яҡын волонтерлыҡ менән шөғөлләнә. Әсә һәм ҡыҙ өсөн был шөғөл күңел талабы һәм йәшәү рәүешенә әйләнгән. Бар сығымдар ҙа үҙҙәренең шәхси аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла.

Ә бына космонавт менән осрашыу Милена өсөн көтөлмәгән булғанлыҡтан, бер аҙ юғалып та ҡалған. Александр Баландин - “Союз ТМ-9" “Мир” орбиталь станцияһында иң оҙаҡ (179 тәүлек) осош яһаған космановтарҙың береһе. Мәртәбәле ҡунаҡ Милена белем алған мәктәпкә космос фотоһүрәттәре тупланған диск бүләк иткән. Уҡыусылар менән осрашыуҙа Советтар Союзы Геройы космоста осҡан саҡта косманавтарҙың туҡланыу менюһында башҡорт балының булыуы хаҡында белдергән һәм шулай уҡ һәр саҡ үҙе лә тик башҡорт балын һатып алыуын әйткән.

Әсәле-ҡыҙлы ирекмәндәр бөгөн Благовещенск ҡалаһындағы психо-неврологик интернатҡа юллана, унда сәләмәтлеге сикләнгән 350 инвалид йәшәй.

Фото: "Башинформ".
Читайте нас