2016 йылдан алып эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы эштән киткәндән һуң индексациялана. Аҡсаны ҡайтанан нисек иҫәпләйәсәктәр, ул күпмегә артасаҡ? Ошо хаҡта Пенсия фонды башлығы Антон Дроздов аңлатма бирҙе.
Уның әйтеүенсә, эштән киткәндән һуң граждандың йыйылған шәхси пенсия коэффициенттары уларҙың әлеге ҡиммәтенә ҡабатлана. 2020 йылда был ҡиммәт 93 һум тәшкил итәсәк.
Аҙаҡ ошо суммаға билдәләнгән түләүҙәрҙең актуаль дәүмәле өҫтәлә, киләһе йылда ул 5686,25 һум тәшкил итәсәк. Әгәр пенсионер яңынан эшкә урынлашһа, индексация һөҙөмтәһендә артҡан аҡса кире ҡайтарылмай, пенсия күләме үҙгәрмәй. Был ҡарарҙы Антон Дроздов ололар өсөн ыңғай хәл тип баһаланы.