Социаль мәсьәлә
24 Декабря 2019, 11:31

Айырылмағыҙ, айырылмағыҙ...

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә яңы ғына никахлашҡан йәштәрҙең яртыһынан күбеһе айырылыша. Күптән түгел генә бер-береһенә яҡын, ҡәҙерле булған кешеләр ситләшә, үпкәләшә һәм дошманлаша. Ғаиләгә тарҡалыу янағанда нимә эшләргә? Нисек һаҡлап ҡалырға? Әгәр айырылышыуҙан башҡа сара юҡ икән, был хәлдән нисек кешесә сығырға? Бигерәк тә ғаиләлә балалар ҙа булһа?

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә яңы ғына никахлашҡан йәштәрҙең яртыһынан күбеһе айырылыша. Күптән түгел генә бер-береһенә яҡын, ҡәҙерле булған кешеләр ситләшә, үпкәләшә һәм дошманлаша. Ғаиләгә тарҡалыу янағанда нимә эшләргә? Нисек һаҡлап ҡалырға? Әгәр айырылышыуҙан башҡа сара юҡ икән, был хәлдән нисек кешесә сығырға? Бигерәк тә ғаиләлә балалар ҙа булһа?


Бер проблема ла тик торған ерҙән тыумай. Ғаилә ул – ир менән ҡатындың уртаҡ хеҙмәт еме­ше. Тәүҙә ғаиләнең емерелергә етеүенең сә­бә­бен асыҡларға кәрәк. Ә сәбәп һәр кемдеке үҙен­сә: иғтибар етешмәй, ир аҡса тапмай, холоҡтар тап килмәй, хыянат, яңы мөхәббәт һәм башҡалар. Үҙегеҙҙең осраҡта нимә сәбәп бул­ға­нын үҙегеҙ яҡшыраҡ беләһегеҙ. Бының өсөн хәләл ефетең менән асыҡтан-асыҡ, ғәҙел итеп һөй­ләшергә кәрәк. Ризаһыҙлыҡ, аҡланмаған өмөт­тәр, үпкә – барыһы ла уртаға һалып һөйлә­ше­лергә тейеш. Әгәр ике яҡ та килешеүгә ниндәйҙер көс һалһа, уңыш тәьмин ителәсәгенә шик юҡ.


Ғаиләне һаҡлап алып ҡалырға теләйһегеҙ икән, беренсе сиратта тормош иптәшегеҙ түгел, ә үҙегеҙ өҫтөндә эшләргә кәрәк. Сабырлыҡҡа өйрәнегеҙ, күп осраҡта өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрегеҙ йә уртаҡ тел табырға тырышығыҙ. Мөнәсәбәттәрҙе асыҡлағанда, хәләлегеҙҙең фекерен тәнҡитләмәгеҙ, тауыш күтәрмәгеҙ, бәхәс башламағыҙ. Үрҙә әйтелгән үҙ-ара килешә алмауҙың сәбәбен асыҡлаған осраҡта артабан нимә эшләргә икәне асығыраҡ күренәсәк. Айырылышыу – иң еңел, әммә күп осраҡта дөрөҫ булмаған ҡарар.
Әгәр никахты тарҡатыуҙан башҡа сара юҡ икән, һеҙгә был ситуацияла нисек кеше булып ҡалыуҙы ҡайғыртырға кәрәк. Арағыҙҙа нимә булыуы артыҡ мөһим дә түгел: хыянатмы, талашмы, алдаҡмы – һеҙ бит ҡасандыр яратышып өйләнешкәнһегеҙ. Бер-берегеҙгә бәхетле минуттар бүләк иткән мәлдәрегеҙ булған. Тик айырылған ваҡытта күптәр был турала онота. Үҙ иғтибарын тик насар, кире нәмәләргә, эске үпкәләргә йүнәлтә һәм бер-береһенең күңелен йәрәхәтләй.


Бөтә кешенең дә проблемалары һәр саҡ була. Тик бер ваҡыт уларҙы хәл итергә теләмәй башлайҙар. Иң мөһиме, ауыр хәлдә иреңде йә ҡатыныңды мыҫҡыл итеүҙән тыйыла белеү араларҙы һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Йәшлегемде йүнһеҙ ҡатыныма, оятһыҙ иремә сарыф иттем тип һөйләнгән күпме тарихтарға шаһит булғаныбыҙ бар был тормошта. Шунда уҡ һорағы килә: ул кеше шул тиклем дә насар булғас, уның янында нимә эшләнегеҙ? Ғаиләне тарҡатыуға ниндәйҙер ҡурҡыныс сәбәп килтерһә лә, элекке ирегеҙ йә ҡатынығыҙ менән көрәш юлына баҫмағыҙ. Бигерәк тә уртаҡ балаларығыҙ булһа...


Бала бындай хәлдә атаһы менән әсәһенең икеһенән дә нығыраҡ ҡайғыра. Балалар ата-әсәнең талашын ауыр кисерә. Шуға айыҡ аҡылда булыу, тыныслыҡ һаҡлау балағыҙ өсөн бик мөһим. Айырылышҡандан һуң ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәттәре нисек булһа ла, улар баланы ике яҡтан да йылы һәм наҙҙан мәхрүм итмәҫкә тейеш. Арағыҙҙағы ҡатмарлы хәлдәрҙе ҡыҙ-малайығыҙға һөйләп аңлатырға тырышырға кәрәк. Ниндәй хәлдә лә атай ҙа, әсәй ҙә тормошонан юғалмаясаҡ икәнен бала яҡшы тойорға тейеш. Улай ғына түгел, уға үҙен элеккесә яратыуҙарын һәм яҡлауҙарын белеү мөһим.


Ир менән ҡатын айырылышҡанда, улар яһарға мөмкин булған иң ҡурҡыныс аҙым – баланы бер-береһенә ҡаршы ҡотортоу. Быны эшләргә һис тә ярамай. Ул үҫкәс, үҙе тейешле һығымтаһын яһар әле. Үҙ фекерегеҙҙе һәм хис-тойғоларығыҙҙы балаға күсермәгеҙ. Бик ауыр хәлдәрҙә үҙегеҙҙең яҡын-тирәләге психологка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул ауыр ваҡыттарҙы үткәреп ебәрергә, балаға ата-әсәһенең айырылыуын нисек кисерергә, иң мөһиме, ғаиләне һаҡларға ярҙам итеүе мөмкин.


Әбйәлил районы.


Фото: uniotime.com
Читайте нас