Белеүегеҙсә, үткән йыл Әбйәлил районының Хәлил ауылы “Башҡортостандың иң матур ауылы” республика конкурсында еңеп сыҡты. Еңеүсе ауылға 100 мең һум премия тапшырылды һәм конкурстың шарты буйынса «Башҡортостандың иң матур ауылы – 2018» тигән стела ҡуйыу вәғәҙә ителде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вәғәҙә ителгән аҡса бер йылдан һуң ғына күсерелә һәм уның да тап яртыһы ғына. Шуға ҡарамаҫтан, республикала иң матур ауыл исеменә лайыҡ хәлилдәр эште ярты юлда ҡалдырмай: тиҙ арала арт-объектты эшләп тә ултырта.
Хәлил ауыл биләмәһе башлығы Айбулат Хәйбуллин белдереүенсә, улар стела төҙөү буйынса бер нисә вариантта эш тәҡдим ителгән, конкурста еңгәс, мөһабәт стела ҡуйыу тураһында хыялланғайныҡ. Башта был маҡсатта 100 мең һум аҡса ҡаралған тип тә әйткәйнеләр. Әммә финанстарҙың яртылаш ҡыҫҡартылыуы сәбәпле, юрғанға ҡарап аяҡты һуҙырға тура килде. Былай стела күркәм, ыҡсым ғына килеп сыҡты. Унда ауылдың исеменән тыш, райондың эмблемаһы сағылдырылды, «Башҡортостандың иң матур ауылы – 2018» тигән яҙыу мәңгеләштерелде, милли рухтағы биҙәк менән һырланды. Төҙөүсе егеттәргә рәхмәт. Стеланы тимер рәшәткә менән уратып алыу ҙа күҙ уңында тотола, — тине Айбулат Баҡый улы.
Стела ауылға килеп ингән урынға, оло юл сатына ҡуйылған. Хәлилдәрҙе ҡайтҡанда ҡолас йәйеп ҡаршы алыр, оҙатҡанда хәйерле юлдар теләп ҡалыр, юлсыларға ауылдың матурлығы һәм халҡының берҙәмлеген дәлилләүсе, киләсәк быуынға ата-бабалары өсөн ғорурлыҡ уятыусы бер иҫтәлек булыр ул.