Иглин районы ла, Башҡортостандың башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ кисерә, шуға ла һәр белгесте бында ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Быйыл мартта табип-офтальмолог Лена Әхмәҙуллина эшкә килгәнгә халыҡ ҡыуанып бөтә алмай. Йәш табипҡа бында бурыстар етерлек – көн дә 30-ҙан ашыу кешене ҡабул итә.
Лена Әлтәф ҡыҙы сығышы менән Илеш районының Үрмәт ауылынан. Туймазы медицина колледжын тамамлағас, хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһында реанимация бүлегендә шәфҡәт туташы булып башлай. Баш ҡалала ул тормош иптәшен осрата. Бала ҡарау ялынан һуң ҡатын 7-cе балалар стоматология поликлиникаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Ә инде 2009 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Шулай итеп, ул эш, уҡыу, бала ҡарау кеүек донъя мәшәҡәттәрен бер-бер артлы үтәп, алға ҡуйған маҡсатына табан бара.
2014 йылда Әхмәҙуллиндар ғаиләһе Иҫке Ҡобау ауылында йорт һалып сыға, әммә Лена Өфөгә йөрөп эшләүен дауам итә, ә инде быйыл мартта Иглин поликлиникаһына урынлашҡан.
– Әлбиттә, ҡалаға юл йөрөү еңелдән түгел. Шуға ла алдан эш белешеп торҙом, мөмкинлек тыуғас та, район поликлиникаһына сыҡтым. Халыҡ күп йөрөй, ике аҙна алдан сиратҡа яҙылып ҡуялар. Һөнәрем оҡшай, ошо йүнәлеште һайлауыма үкенмәйем, – ти Лена Әлтәф ҡыҙы.
Әхмәҙуллиндар ғаиләһендә өс бала үҫә. Ғаилә башлығы ҡатынының уң ҡулы – балаларҙы ҡарауҙа ярҙамлаша. Баш ҡаланы ауылға алмаштырғанға улар бер ҙә үкенмәй. “Баш ҡала яҡын, ә ауылда йәшәү ифрат уңайлы. Бында туғандар ҙа бар, шуға ла районда донъя көтөү һис тә күңелһеҙ түгел”, – ти йәш табип.