Асҡар ауылы һуңғы йылдарҙа ҙур төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә, бында социаль объекттар менән бер рәттән шәхси йорттар ҙа сафҡа индерелә. Шуныһы ҡыуаныслы: йәш ғаиләләр, Магнитогорск ҡалаһы яҡын булыуға ҡарамаҫтан, тыуған яғында төпләнеүҙе хуп күрә. Шуға ла бөгөн район үҙәгендә зауыҡлы, күркәм йорттар күпләп төҙөлә, өй туйлауҙар матур йолаға әүерелгән. Етем, ата-әсә хәстәренән мәхрүм ҡалған балаларҙың да торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителә.
Быйыл Әбйәлил районында етем балаларға торлаҡ алыуға федераль һәм республика бюджетынан 16 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Район биләмәһендә әле 134 етем һәм ата-әсә яҡлауынан мәхрүм ҡалған балалар иҫәпләнеп, шуларҙың ике тиҫтәгә яҡыны фатир асҡысы алып, ҡыуаныс кисергән. Бөгөн иһә йөҙҙән ашыуы торлаҡҡа сиратта тора.
Шөкөр, етем балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә ҡануниәт йылдан-йыл камиллаша, бүленгән аҡса күләме лә арта бара. Йыл һайын дәүләт ярҙамында етем балаларҙың торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә булыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Һис шикһеҙ, төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалыусылар бөтәһе лә айырым иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алынырға тейеш. Был тәңгәлдә районда байтаҡ эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, күптән түгел “Көнсығыш-2” биҫтәһендәге үҙ йорттарына күскән Луиза менән Артур Шәрәфетдиновтарҙы бәхетле ғаилә тип атарға мөмкин. Уларҙың тормошонда, бәлки, бынан да мөғжизәлерәк минуттар, сәғәттәр булмағандыр. Йорт хужабикәһе Луизаның бала саҡ бәхетен етемлек урлаған. Шөкөр, дәүләт хәстәрлеге менән уларҙың ғаиләһе Яңы йылды бөтә уңайлыҡтары булған йортта ҡаршылаясаҡ.
– Рәхмәттән башҡа бер һүҙем юҡ, шөкөр, йортта йылы, һыуы ағып тора, санузел да бар, – ти Луиза Шәрәфетдинова. – Ошо бәхет түгелме ни: балаларым, ирем менән матур итеп донъя мәшәҡәттәрен теүәлләйбеҙ.
Әйткәндәй, ире Артур күрше Магнитогорск ҡалаһы предприятиеларының береһендә газ менән иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Быға тиклем улар иҫкергән дөйөм ятаҡханала көн иткән. Хәҙер иһә йәш ғаиләгә буш ваҡыттарында алты сутый ерҙә баҡса үҫтерергә лә мөмкинлектәр етерлек, теләктәре булһа, мунса, хужалыҡ өсөн һарай төҙөп ултыртырға ла була. Өс йәшлек Айзилә менән йәш ярымлыҡ Айназға ла иркенләп ихатала уйнарға бөтә уңайлыҡтар бар. “Күршеләр менән туғандарса дуҫ, татыу йәшәйбеҙ”, – тип ҡыуана йәштәр.
Район үҙәгенең “Көнсығыш-2” биҫтәһендәге бер нисә урам фәҡәт социаль йорттарҙан ғына тора. Былтыр Яңы йыл алдынан бында бер нисә йәш кеше өй туйлаһа, бер йыл эсендә тағы ла байтаҡ йорт ҡалҡып сыҡҡан.
Шәхси эшҡыуар Ансар Өмөтҡужинды районда билдәле һәм яуаплы төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе итеп беләләр. Ансар Рафиҡ улы дәүләт программаһы сиктәрендә бихисап йорттар төҙөгән. Намыҫлы, яуаплы белгес булараҡ ышаныс һәм хөрмәт ҡаҙанған. Бөгөн күп кенә йәш ғаиләләр тап Ансар Рафиҡ улына рәхмәтле, ул төҙөгән йорттарҙың уңайлылығын күптәр үҙ иңендә татыған да.