Соня Ғизәтуллинаны барыбыҙ ҙа яратып өлгөрҙөк. Тормошто балаларса һөйөүе, һәр нәмәнән ҡыуаныс таба белеүе, бер ҡатлылығы, алсаҡлығы өсөн.
10 декабрҙә Израиль клиникаһынан ҡайтҡан ике йәшлек ҡыҙға табиптарҙың операция яһай алмауы күптәрҙе көйөндөрҙө. Беҙ уның белгестәр күҙәтеүендә булыуын беләбеҙ, әммә һуңғы осорҙа уның хәле, кәйефе тураһында хәбәр булмай торҙо. Ниһайәт, ирекмәндәр ҡыҙҙың яҙмышы өсөн борсолғандарҙы һөйөндөрҙө.
Ҡупшыҡай ҡыҙҙың матур күлдәктәге фотоһын социаль селтәрҙә күреү кәйефте күтәрҙе. ” Һеҙҙең барығыҙҙы ла София Яңы йыл менән ҡотлай!” - тип яҙған ирекмәндәр фото аҫтына. Ҡыҙ 2020 йылды ғаиләһе менән яңы фатирҙа ҡаршы ала. Уның яҙмышына битараф ҡала алмаған республика етәксеһе тиҙ арала торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итте. Беҙ ҙә бәләкәй фәрештәгә сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ.