Социаль мәсьәлә
26 Декабря 2019, 08:20

Түләүҙәрҙең артыуы көйөндөрә

2020 йылда Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләү уртаса дүрт процентҡа артасаҡ.

2020 йылда Рәсәйҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләү уртаса дүрт процентҡа артасаҡ. Хаҡтар 1 июлдән күтәрелә, артабан тарифтарҙы индексациялау йылына бер тапҡыр үткәреләсәк.
Һәр төбәк өсөн үҙ индексы билдәләнәcәк. Иң юғарыһы Чечен Республикаһында - 6,5 процент. Иң түбәне - Ненец автономиялы округында.
Рәсәй халҡын барыһынан да бигерәк коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың артыуы борсой (48 процент). Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, быйылғы йылдың тәүге яртыһында дөйөм сығымдарҙың иң ҙур өлөшөн тап коммуналь хеҙмәттәргә түләү тәшкил иткән.
Фото: Sm-news.ru
Читайте нас