Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
26 Декабрь 2019, 12:30

Яңы йылды өлкәндәр ҙә көтә

Яңы йыл - бөтәһе өсөн дә ҙур байрам. Уны бәләкәй балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ашҡынып көтә. Яҡшы кәйеф, ғаилә һәм яҡындар менән йылы, тығыҙ аралашыу мәле бит ул!

Яңы йыл - бөтәһе өсөн дә ҙур байрам. Уны бәләкәй балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ашҡынып көтә. Яҡшы кәйеф, ғаилә һәм яҡындар менән йылы, тығыҙ аралашыу мәле бит ул! Шуға күрә байрам көндәрендә өлкәндәргә лә иғтибар бүленһә, улар балалар кеүек шатлана. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов та райондың өлкән йәштәге кешеләрен байрам менән ҡотлаған.
“83 йәштәрен тултырған Фәтих Хәлитов, Миңлегөл Бикҡолова, ноябрҙә 90 йәшен билдәләгән Гөлбәхәр Ғәйфуллина менән осрашыуҙар ҙур шатлыҡ килтерҙе. Оло Ҡуғанаҡ ауылынан булған Анна Горина эске балҡышы, көслө рухы менән һоҡландырҙы. Уға иртәгә 94 йәш тула. Шулай уҡ Латип ауылынан 99 йәшлек Хәлиҙә Сәлихова һәм Уҫылыбаш ауылынан 101 йәшлек Раиса Степанова менән осрашыуҙар ҙа күңелдә тик ыңғай тойғолар ҡалдырҙы. Уларға һәм райондың башҡа өлкән йәштәге кешеләренә ныҡлы һаулыҡ, һәр көндән шатлыҡ табыуҙарын, уңыштар теләйем. Үҙегеҙҙең ғүмер өлгөһө менән беҙҙең ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡһығыҙ. Һеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ! Етеп килгән Яңы йыл менән!” тип яҙҙы ул Бәйләнештә”ге сәхифәһендә.
Ысынлап та, ошондай матур байрам алдынан өлкәндәрҙе лә онотмайыҡ. Улар ҙа ҡотлау көтә бит.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.
Читайте нас