Социаль мәсьәлә
27 Декабря 2019, 09:27

Илдә иң яҡшыһы

Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһы быйыл “Рәсәйҙең иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары” конкурсында ҡатнашҡан, һәм ул иң яҡшыларҙың береһе тип табылған, почетлы наградаға лайыҡ булған.

Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһы быйыл “Рәсәйҙең иң яҡшы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары” конкурсында ҡатнашҡан, һәм ул иң яҡшыларҙың береһе тип табылған, почетлы наградаға лайыҡ булған.


Конкурсты Социаль статистика ғилми-тикшеренеү институты граждандарҙан социаль һорау алыу ысулы менән асыҡлаған икән. Был сара халыҡты иң яҡшы хеҙмәтләндергән медицина учреждениеларын белеү һәм уларҙың өлгөһөн бөтә илгә таратыу маҡсатында үткәрелә.


Күп профилле дәүләт ҡаҙна һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы булған был дауахана заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм 564 урынлыҡ стационар булып тора. Унда йыл һайын Өфө ҡалаһының 15,5 мең кешеһе оториноларингология, гематология, ревматология, травматология һәм ортопедия, акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлештәре буйынса дауалана, 6,5 мең операция яһала. Дауахананың хеҙмәтләндереү зонаһы 203,7 мең кешегә иҫәпләнгән.
Читайте нас