Социаль мәсьәлә
27 Декабря 2019, 09:22

Яман шеште еңәсәкбеҙ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ядро медицинаһы үҙәге төҙөлөшө әүҙем бара. Сочиҙағы Рәсәй инвес­тиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән “МедИнвестГрупп” компаниялар төркөмө араһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, инвестор республиканың онкология хеҙмәте үҫешенә бер миллиард һум һала. Объект киләһе йылда сафҡа инергә тейеш.

Проект Стәрлетамаҡ дауаханаһына ҡараған райондарҙа онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ул позитрон-эмиссиялы компьютер томографы (ПЭТ-КТ), нур терапияһы өсөн ике һыҙыҡлы тиҙләткес һәм бергә тоташҡан ҡорамал менән йыһазландырыла.

“Проектты тормошҡа ашырыу республиканың көньяғында яман шеш менән сирләгән пациенттарға нур диагностикаһын үтеү, нур терапияһын алыу мөмкинлеген күпкә арттырырға тейеш”, — тинеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

“МедИнвестГрупп” компанияһы “ПЭТ-технолоджи” медицина үҙәктәре селтәрен үҫтерә, радиофармпрепараттар етештерә.
Читайте нас