Һүҙ ғүмерен Тыуған иленең именлеге өсөн биргән хәрбиҙәр хаҡында бара. Ипотеканы ваҡытынан алда ябыу тураһындағы закон тап ошондай хәрбиҙәрҙең ғаиләләренең торлаҡҡа хоҡуҡтарын яҡлаясаҡ. Шулай итеп, тол ҡалған ҡатын, уның балалары банк алдындағы ипотека өсөн бурысынан азат ителәсәк. Был закон нормалары ғаилә ҡороп өлгөрмәгән, вафат булған хәрбиҙең ата-әсәһенә лә ҡағыласаҡ.