2020 йылдың 1 ғинуарынан Әсәлек капиталы индексацияланып, уның күләме 466 617 һум тәшкил итәсәге хаҡында хәбәр иткәйнек. Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләргә ҡағылышлы тағы ниндәй социаль ярҙам төрҙәре ғәмәлгә инә?
Тағы ла бер яңылыҡ: балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ташлама, килем кимәленә ҡарамай, бөтә ғаиләләргә лә биреләсәк. Белеүегеҙсә, уны быға тиклем килеме йәшәү минимумынан бер ярым тапҡырға артмаған ғаиләләргә генә түләү тураһында һүҙ алып барылғайны. Беренсе балаға тәғәйен компенсация уртаса түләүҙең – 20 процентына, икенсе сабыйға – 50 процентҡа, өсөнсө һәм артабанғыһына 70 процентҡа тиң буласаҡ.