Социаль мәсьәлә
28 Декабрь 2019, 09:25

Мөғжизәгә килә ышанғы...

Йылайыр районы Матрай ауылындағы социаль приютта тәрбиәләнеүселәргә Яңы йыл бүләктәре тапшырылды.

Баймаҡ һәм Йылайыр районы хакимиәте башлыҡтары Йылайыр районы Матрай ауылында урынлашҡан социаль приютта булып, унда тәрбиәләнгәндәргә Яңы йыл бүләктәре тапшырҙы.
Халыҡты социаль йәһәттән комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәгенең Матрай ауылында урынлашҡан балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына оҙаҡ йылдар Светлана Сәйфуллина етәкселек итә. Уның белдереүенсә, бында ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар эләгә. Күберәк социаль етемдәр. Килгән балалар алты айға тиклем приютта тәрбиәләнә, ошо ваҡыт арауығында ата-әсәләре килеп алһа, улар ғаиләгә кире ҡайтарыла. Йорт йылыһын алмаштырыу өсөн бында бар шарттар булдырылған. Райондың эшҡыуарҙары тарафынан төрлө мәрхәмәтлелек акциялары уҙғарыла, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтелә.
Хакимиәт башлыҡтары Илгиз Фәтҡуллин һәм Фәнис Әминев балаларҙың Яңы йыл тамашаһында ҡатнашты, улар менән яҡындан аралашты. Кескәйҙәр үҙҙәренең төрлө һөнәрҙәрен күрһәтте, йырланы, бейене. Аҙаҡтан уларға ике район етәксеһе “Балаларға бүләк тапшыр” хәйриә акцияһы барышында йыйылған бүләктәрҙе, Ҡыш бабай күстәнәстәрен тапшырҙы. Мөғжизәгә һәр кемдең ышанғыһы килә. Балаларға ошоно тойҙорғаны өсөн Матрай ауылында урынлашҡан приют етәкселеге ҡунаҡтарға ҙур рәхмәт белдерҙе.
Фото Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас