Социаль мәсьәлә
31 Декабря 2019, 07:18

Мөғжизәләр мәле

Иҫке йылдың эштәрен тамамларға ашығабыҙ, ял көндәрен планлаштырабыҙ, бүләктәр, күстәнәстәр әҙерләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайҙалыр күңел төбөндә байрамдан мөғжизә көтәбеҙ.

Иҫке йылдың эштәрен тамамларға ашығабыҙ, ял көндәрен планлаштырабыҙ, бүләктәр, күстәнәстәр әҙерләйбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайҙалыр күңел төбөндә байрамдан мөғжизә көтәбеҙ.


Ә бит мөғжизәне көтөп кенә ҡалмай, беҙ үҙебеҙ ҙә уны булдыра алабыҙ. Нисекме? Мәҫәлән, “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан Балалар йортона Яңы йыл бүләктәре әҙерләне. Яҡындарыбыҙҙы ҡотлағанда, байрам табыны әҙерләгәндә ата-әсәһенән, туғандарынан мәхрүм булған ошондай балалар барлығын да онотмаһаҡ ине. Улар ҙа бит мөғжизә көтә...


Әлбиттә, етемдәрҙе дәүләт етем итмәй, тик көндәлек мәшәҡәттә кәрәк-яраҡ күп талап ителә. Уйынсыҡтар, татлы күстәнәстәрҙән тыш һабын, памперстарын уйлаһаҡ та, күпме йыйылып китә. Беҙ үҙебеҙҙең бүләктәребеҙҙе нәҡ шундай ғәҙәти булмаған ғәҙәти әйберҙәрҙән булдырабыҙ ҙа инде.


Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” гәзитенең 30 йыллыҡ юбилейына арналған “30 йылға – 30 изге эш” проекты сиктәрендә башҡарылған изге акцияға, хөрмәтле дуҫтар, һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ.


Мөғжизә көтөп кенә ҡалмайыҡ әле, уны үҙебеҙ булдырайыҡ!


Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Читайте нас