Социаль мәсьәлә
31 Декабрь 2019, 15:15

Радий Хәбиров: “Өлөшсөләр фатирҙарын алһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ”

– Өлөшсөләргә сабырлыҡ өсөн рәхмәтлемен. Ябай булмаған йылды бергәләп үткәрҙек, планлаштырылған объекттарҙың барыһын да сафҡа индерҙек.

31 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Транспорт һәм төҙөлөш сәғәте” тәртибендә кәңәшмә үткәрҙе.
Сарала Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин проблемалы йорттарҙы төҙөп бөтөрөү буйынса юл картаһы тураһында һөйләне. Әле ошондай 134 объекттың 23-ө ДОМ.РФ федераль фонды нигеҙендә берлектә финанслауға килешеү төҙөгән. Сиратта – тағы ла 50-нән ашыу йорт. 2019 йылда проблемалы 14 йорт сафҡа индерелгән, 1600 өлөшсө фатир алған. Тиҙҙән Өфөнөң Дим районындағы “Көмөш инеш” торлаҡ комплексында 10-сы йорт файҙаланыуға тапшырыла. Киләһе йылдың 1 июленә Иглин ауылының “Юлдаш” комплексындағы күп фатирлы йорт төҙөлөшө тамамланырға тейеш.”Миловка паркы”нда ла эш дауам итә. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, биҫтә мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк, тейешле инфраструктура булдырыласаҡ.
"Өлөшсөләргә сабырлыҡ өсөн рәхмәтлемен. Ябай булмаған йылды бергәләп үткәрҙек, планлаштырылған объекттарҙың барыһын да сафҡа индерҙек, – тине Радий Хәбиров. – Хоҡуҡтары боҙолған кешеләрҙең бөтәһе лә фатирҙарын мотлаҡ алһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тип әйтә килдем. “Миловка” паркында барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Унда ҙур мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә башланы ла инде".
Бынан тыш, кәңәшмәлә социаль объекттар һалыу тураһында һүҙ барҙы. Төбәк етәксеһе 2020 йылда Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында яңы мәҙәниәт йорто төҙөлөшөн башларға ҡушты.
Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Юланов баш ҡалала пассажирҙар ташыуҙы системалаштырыу тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, легаль булмаған ташыусыларға бәйле хәл тотороҡланды. Хәҙер биҫтәләрҙә транспорт бәйләнешен яйға һалырға кәрәк. Бының өсөн киләһе йылда Ағиҙел, Жилин, Нуғай, “Көмөш инеш”, Ағиҙел аръяғы, Йылҡыбай биҫтәләренә яңы 11 маршрут асыу күҙаллана. Уларҙы 110 автобус хеҙмәтләндерәсәк".
Фото: glavarb.ru
Читайте нас