Рәсәй капиталына эйә компаниялар быйыл хеҙмәт хаҡын уртаса 10 процентҡа арттырыуҙы тәҡдим итә. Ә сит ил капиталлы предприятиеләр 7 процентҡа күтәреүҙе күҙ уңында тота. Был мәсьәләне HeadHunter компанияһы асыҡлаған.
Ғинуар айында ватан компанияларының - 20, Рәсәйҙә эшләгән сит ил ойошмаларының 16 проценты хеҙмәт хаҡын ҡайтанан ҡараясаҡ. Ҡалғандар уны йылдың тәүге яртыһында күтәрергә уйлай. ”Работа.ру” порталы эксперттары әйтеүенсә, быйыл хеҙмәткә түләүҙәр 7-9 процентҡа үҫәсәк.
IT өлкәһендә 10-12 процентҡа артыуы күҙаллана, эш хаҡы түбән булған ритейл (ваҡлап һатыу), етештереү һәм төҙөлөш өлкәләрендә лә хеҙмәткә түләүҙәр арттырыласаҡ, тип хәбәр итә эксперттар. Бик яҡшы булыр ине, әгәр инфляция тигән “ҡомһоҙ” күренеш хеҙмәт хаҡын ашамаһа.