Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Ғинуар 2020, 01:10

Кемдең пенсияға өҫтәмәнән ҡолаҡ ҡағыуы ихтимал?

Әгәр пенсионер ниндәйҙер хеҙмәт күрһәтеүгә йәки эш башҡарыуға граждан-хоҡуҡ килешеүе төҙөһә, ул эшләүсегә тиңләштерелә. Ошондай үҙенсәлектәрҙе белмәү арҡаһында хаҡлы ялдағыларҙың ҡайһы берҙәре пенсияға өҫтәмәнән мәхрүм ҡала.

Пенсионерҙарҙы яңы йыл башынан пенсия күләме күпмегә артыуы ҡыҙыҡһындыра торғандыр. Эшләмәгән өлкәндәрҙең ҡайһы бер категориялары ғинуарҙа өҫтәмәһеҙ ҡалыуы ихтимал. Шундай осраҡтарҙы ҡарап үтәйек.
Юристарҙың фекеренсә, тәү сиратта СНТ, ТСЖ рәйестәре булып иҫәпләнгән пенсионерҙар йәки ЯСЙ, ПФР, ФНС ағзалары булғандар хеҙмәт функцияһын үтәй тип табылһа, улар хеҙмәт килешеүе булмаған хәлдә лә эшләүсе тип иҫәпләнә һәм пенсияға өҫтәмәнән ҡолаҡ ҡаға. Опека органдарынан аҡсалата түләүҙәр алған ата-әсәләрҙе, опекун һәм попечителдәрҙе лә өҫтәмәһеҙ ҡалдырыуҙары мөмкин, сөнки бындай түләүҙәрҙән страховка иғәнәләре күсерелә, тимәк, бындай пенсионерҙар “эшләй” тип иҫәпләнә һәм индексациянан мәхрүм ителә.
Әгәр пенсионер ниндәйҙер хеҙмәт күрһәтеүгә йәки эш башҡарыуға граждан-хоҡуҡ килешеүе төҙөһә, ул эшләүсегә тиңләштерелә. Ошондай үҙенсәлектәрҙе белмәү арҡаһында хаҡлы ялдағыларҙың ҡайһы берҙәре пенсияға өҫтәмәнән мәхрүм ҡала.
Фото:Yandex.ru
Читайте нас: