Социаль мәсьәлә
8 Января 2020, 10:00

Сибайҙа профилактик рейдтар үтә

Сибай ҡалаһында Яңы йыл каникулдарында бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы ҡарары нигеҙендә профилактик рейдтар ойошторолдо.

Сибай ҡалаһында Яңы йыл каникулдарында бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы ҡарары нигеҙендә профилактик рейдтар ойошторолдо. Сара бәлиғ булмағандар һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһында иҫәптә тороусы ғаиләләр буйынса раҫланған графикка ярашлы башҡарыла.
Сарала “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәге белгестәре, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, опека һәм попечителлек бүлеге һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.
Бөтәһе 31 бала тәрбиәләнгән 12 ғаилә тикшерелгән. Рейд барышында ата-әсәләрҙең эскән осраҡтары теркәлмәгән. Шулай ҙа бер ғаиләгә газ баллонын йәшәгән йорттарынан ситтә урынлаштырырға тәҡдим ителһә, бер нисәүһенә электр сымдарын алмаштырыу кәрәклеге әйтелгән.
Ҡала буйынса ауыр йәки насар шарттарҙа көн иткән ғаиләләрҙә йәшәүсе балалар даими контролгә алынған. Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияла тороусы 42 үҫмер шулай уҡ “шеф-офицерҙар” тарафынан күҙәтелә. Көн һайын “комендант сәғәте”ндә ҡала буйынса рейдтар үткәрелә.
Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.


Читайте нас