Социаль мәсьәлә
8 Января 2020, 19:05

“Яңы йылды аҡсаһыҙ ҡаршыланыҡ”

- Һеҙҙең ярҙамығыҙға бик ныҡ өмөт итәбеҙ. Зинһар өсөн, беҙҙең проблеманы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, - тип үтенә хоҡуҡтарынан файҙалана алмаған эшселәр.

Балтас районының “Cәйтәк кирбес заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре, хеҙмәт хаҡын алыуҙа ярҙам итеүҙе һорап, республика етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте.
“Беҙ 2019 йылдың ғинуарынан алып ошо заводта эшләнек. Апрелдән директор Рәлиф Әхкәмов эш хаҡын түләүҙе туҡтатты, - тип яҙа битарафлыҡтан йонсоған халыҡ, үҙҙәренә бурыстың 2 миллион 200 мең һумға еткәнен билдәләп. - Яңы йылды аҡсаһыҙ ҡаршыланыҡ, күптәрҙең иңендә кредиттар, ипотека... Беҙҙең артыбыҙҙа ғаиләләр тора...”
Тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итеүҙән файҙа булмаған. Тағы шуныһы, эшселәр менән хеҙмәт килешеүе төҙөлмәгән, бухгалтерияла “һоро” схемалар менән эш итергә өйрәнгәндәр. Үҙҙәренең һүҙҙәрен раҫлау өсөн хеҙмәткәрҙәр бухгалтерия документтарын, аҡса алырға тейешле эшселәрҙең исемлеген дә теркәгән, тип хәбәр итә ProUfu порталы.
Завод эшселәренең республика етәксеһенә видеояҙма әҙерләгәндәрен белгәс, предприятие хужалары “һөжүмгә” күскән, ярҙамға полицияны саҡырған. Балтас полицейскийҙары хеҙмәткәрҙәрҙе санкцияланмаған сарала ҡатнашҡандары өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырырға йыйына, тиҙәр.
"Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙең ярҙамығыҙға бик ныҡ өмөт итәбеҙ. Зинһар өсөн, беҙҙең проблеманы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ", - тип үтенә хоҡуҡтарынан файҙалана алмаған эшселәр.
Фото: Pro.Ufu
Читайте нас