Социаль мәсьәлә
10 Января 2020, 17:05

Һаулыҡ һаҡлау министрлығына иҫкәртеү яһалды

Уставта ҡаралмаған эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү осраҡтары асыҡланған.

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығына иҫкәртеү яһаны. Уларҙың раҫлауынса, ҡайһы бер суд медицина экспертизаларында уставта ҡаралмаған эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү осраҡтары асыҡланған.
Мәҫәлән, ошондай хәл Күмертау бүлексәһендә күҙәтелгән, унда медицинаға ҡарамаған түләүле хеҙмәттәр күрһәтелгән. Үлгән кешене талап ителгән урынға илтеү, бальзамлау, макияж яһау, эшкәртеү кеүек процедуралар уларҙың төп эшмәкәрлегенә инмәй. Был хеҙмәттәр закон нигеҙендә көйләнә. Суд медицина эксперттарының уларға хас булмаған эш менән шөғөлләнеүе ҡанун ҡалыптарына һыйышмауы билдәләнгән.
”Рәсәй Федерацияһында суд-эксперт эшмәкәрлеге тураһында”ғы федераль закон учреждениеның хоҡуҡи статусы үҙенсәлектәрен билдәләй. Шуға ярашлы, суд медицина экспертиза бюроһы тик эксперт хеҙмәтен генә күрһәтергә бурыслы.
Фото: gtrk.tv
Читайте нас