Өфө табиптары ҡот осҡос яра алған ауырлы ҡатынды ҡотҡарған. Был ҡурҡыныс ваҡиға тураһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин социаль селтәрҙә хәбәр иткән.
Бәпес көткән, ауыры 34 аҙналыҡ ҡатындың эсенә бысаҡ менән ҡаҙағандар. Яраны әсә генә түгел, ҡарындағы бала ла алған.
Йәрәхәтләнгән әсәне 3-сө балалар табыу йортона килтергәндәр. Уның һәм әле тыумаған баланың ғүмере өсөн төрлө белгесәтр көрәшкән. Шөкөр, икеһенең дә ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалғандар, әлеге ваҡытта улар үҙҙәрен яҡшы тоя.
Министр 3-сө балалар табыу йорто белгестәренә айырыуса ҙур рәхмәтен белдергән. Анестезиолог-реаниматологтар Евгения Кукушкина һәм Владислав Романов, акушер-гинекологтар Альберт һәм Лиана Савиндар, 8-се ҡала дауаханаһы хирургы Алексея Широбоков – ошо исемлектә.
– Һеҙ тағы бер тапҡыр юғары һөнәри оҫталығығыҙҙы иҫбатланығыҙ һәм табиптарҙың төп тәғәйенләнешен тормошҡа ашырҙығыҙ – кеше ғүмерен ҡотҡарҙығыҙ. Һеҙ ике ғүмерҙе алып ҡалдығыҙ, шул иҫәптән, һүҙ сабый хаҡында ла бара. Беҙ коллективтың аныҡ һәм яйға һалынған эше менән ғорурланабыҙ, – тип яҙған Максим Забелин.