Мәҡәләне башлар алдынан бер хат менән таныштырып үтмәксебеҙ. Һүҙҙе тиккә генә унан башламаныҡ.
“Иҫәнғол Өфө ҡалаһынан йыраҡта урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш, – тип яҙған Әнүәр Килдебәков. – Ейәнсура районында ниҙәр булып ятҡанын беләһегеҙме? Район үҙәге Иҫәнғол, шулай уҡ бүтән ауылдар ҙа күҙгә күренеп төҙөкләнә, күркәмләнә. Хәҙер халыҡ тырышып донъя көтә, ҡасандыр булып алған эскелек, беҙҙеңсә әйткәндә, араҡы менән шаярыуҙар, яҙ ирегән ҡар бөртөгөләй, юҡҡа сыҡты. Гәзиттә бына ошо тырыш яҡташтарымды, йәнә эшҡыуарҙарҙы, ҡыҫҡаһы, яҡшылыҡты йышыраҡ күрһәтһәгеҙ ине”.
Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан Ейәнсура районында ҡыуаныслы ваҡиға теркәлде – Таҙлар ауылында балалар баҡсаһы асылды. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов билдәләүенсә, төҙөлөш барышында ҡытыршылыҡтар күҙәтелмәгән, барыһы ла планға ярашлы башҡарылған. Ғөмүмән, мәғариф тармағы – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға йылдан-йыл иғтибар арта.
– Балалар баҡсаһы 60 урынға иҫәпләнгән, – тип һөйләй Дәмин Марат улы. – Ул заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Кескәйҙәргә һәр йәһәттән дә үҫеү өсөн шарттар тыуҙырылған.
“Йәйғор” балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект!” программаһы нигеҙендә төҙөлгән. Тантанала мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Таҙлар халҡының шатлығын уртаҡлашырға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин да килгән ине.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: балалар баҡсаһының сафҡа инеүе республика етәкселегенең ауылдарҙы комплекслы үҫтереүгә етди иғтибар бүлеүе тураһында һөйләй. Һүҙ ҙә юҡ, ауыл кешеләренең ҡыуанысы сикһеҙ. Өс бала әсәһе Альбина Исмәғилева белдереүенсә, уға балалар баҡсаһына йөрөү бәхете тәтемәгән, әсәһе эштә саҡта һәр ваҡыт өләсәһе янында булған. Уның ҡарауы, ғәзиздәренең барыһын да нәҡ ошо өр-яңы балалар баҡсаһына йөрөтәсәк.
– Бар матурлыҡты үҙ күҙҙәрем менән күреү өсөн, әхирәттәремә һөйләү өсөн бинаның эсенә инеп сыҡтым, – тип шатлана әңгәмәсем. – Бында барыһы ла үҙ урынында, минән бигерәк бәләкәстәрем ҡыуанасаҡ.