Социаль мәсьәлә
11 Января 2020, 20:45

Леонид Рошаль – БДМУ-ның маҡтаулы докторы

Билдәле профессор менән бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров осрашты.

Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль республика медицинаһы һәм Башҡортостан дәүләт медицина университеты үҫешенә индергән тос өлөшө өсөн ошо юғары уҡыу йортоноң маҡтаулы докторы исеменә лайыҡ булды.
Бөгөн профессор Башҡортостан дәүләт медицина университетында булды һәм республика Медицина палатаһы идараһы кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда табиптар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны.
Милли медицина палатаһы йыл һайын Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаусыларҙың беренсел аккредитацияһын үткәрә. Үткән йылда алты белгеслек буйынса һөнәри белемен арттырыу программаларын үҙләштергәс, уҡыу йортон тамамлаусылар һәм ординаторҙар тәүҙә ошо процедураны үткәйне. Леонид Рошаль республикала медицинаның алға китеүе һәм унда Башҡортостан дәүләт медицина университетының тос өлөшө барлығы хаҡында һөйләне.
"Яңы корпустар төҙөлә, сит илдәрҙән килгән бихисап студенттар уҡый. Республика үҫешә, ниндәй проблемаларҙың барлығы һәм уларҙы нисек хәл итергә кәрәклеге хаҡында беләбеҙ. Республиканың бар халҡы һаулыҡ һаҡлау менән тулыһынса ҡәнәғәт булырға тейеш. Бына шуның өсөн йәшәргә кәрәк. Беҙ ошоға ынтылабыҙ, барыһы ла яҡшы булырына ышанабыҙ", – тип белдерҙе Леонид Рошаль.
Бөгөн профессор менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы рәйестәше һәм республика етәксеһе Башҡортостандағы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты тураһында һөйләште. Профессор Иглин районында шыйыҡса көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн таҙартыу ҡоролмаларын мотлаҡ төҙөү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Радий Хәбиров муниципалитеттағы проблемаларҙың билдәле булыуы һәм киләсәктә “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошо хаҡта һөйләшеү алып барыласағы хаҡында әйтте.
Республика Башлығы шулай уҡ Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты эшен ныҡлабыраҡ өйрәнәсәге, ойошманың мөмкинлектәрен проблемалы һорауҙарға тиҙерәк тәьҫир итеү һәм уларҙы һөҙөмтәле хәл итеү өсөн файҙаланыуҙы планлаштырыуы хаҡында ла белдерҙе.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайтынан һәм aif.ru
Читайте нас