“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфө егете Марсель Иманғоловты дауалау өсөн йыйылған барлыҡ аҡса Сулпан Хаматованың “Ғүмер бүләк ит” (“Подари жизнь”) фонды иҫәбенә күсерелгән. Был хаҡта Марселдең дуҫтары социаль селтәрҙәрҙә хәбәр иткән.
Был ҡарар - вафат булған егеттең һуңғы аманаты.
Марсель Иманғолов биш йыл онкология сире менән көрәшкән. Ходжкин лимфомаһы тигән яман шеш төрөн бер аҙға туҡтатып тороуға ла өлгәшелгән, әммә ремиссия осоро оҙаҡҡа һуҙылмаған: былтыр октябрҙә ул эсе ауыртыуға түҙә алмай дауаханаға мөрәжәғәт иткән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда тағы ла яман шеш тапҡандар.
Әйткәндәй, ошо йылдар эсендә Марсель Иманғолов үҙе ише онкология сиренә дусар йәш кешеләргә ярҙам итеү ниәте менән хәйриә проектын ойошторған булған. Ул яман шеште иҫкәртеү өсөн даими тикшерелеп тороу, консультацияларға барыу зарурлығын аңлатҡан, күп кешеләргә шәхси кәңәштәр менән ярҙам иткән, һөйәк елегенә донорҙар йыйыу буйынса акциялар ойошторған, күп аралашҡан, йәмғиәттә аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәш алып барған, ваҡытһыҙ вафат булғандарҙың тарихын туплаған, уларҙың яҡындарын тынысландырырға ла ваҡыт тапҡан. Әммә сир генә уны аямаған... Ауырыуы яңынан баш ҡалҡытҡас, дуҫтары һәм яҡындары аҡса йыйыу ойошторған.
Марсель Иманғолов Израиль клиникаһында 29 декабрҙә бөйөр карциосаркомаһынан вафат булған. Уны дауалау өсөн йыйылған сумманың тороп ҡалған 850 мең 450 һумы Сулпан Хаматованың хәйриә фондына күсерелгән. Марселдең яҡындары әйтеүенсә, ул аяуһыҙ сиргә ҡаршы һуңғы һулышына тиклем көрәшкән, хәлдең ошолай тамамланыу ихтималлығын да аныҡ аңлаған һәм артып ҡалған аҡсалар яман шешкә дусар башҡа йәштәрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнеүен теләгән.
Марселде 1 ғинуарҙа Шишмә районының Ҡара-Яҡуп ауылында ерләгәндәр.