Хәҙерге заманда балаларҙы нимә менәндер ҡыҙыҡтырыуы, аптыратыуы ауыр. Шуға күрә сабыйҙарын шатландырырға теләгән ата-әсәнең йыш ҡына башы ҡата: был юлы ниндәй сара менән һөйөндөрөргә сабыйҙарын?
Айырыуса тыуған көндәрҙе үткәргәндә саҡырылған ҡунаҡтарҙың һәр береһе ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерһен өсөн нимә уйлап табырға? Ата-әсәләргә шундай бер сара тәҡдим итәбеҙ. Өфөләге “Машиналар паркы” балаларҙы бер урынға туплауҙан тыш, белемдәрен арттырасаҡ, полицейский, заправка эшсеһе, уҙышсы профессиялары менән таныштырасаҡ.
Парк биләмәһендә табын ойошторорға, аниматор саҡырырға, фотоға төшөргә мөмкин. Ә электромобилдә һәм самокаттарҙа йөрөгәндә юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөргә тура киләсәк. Бында балалар уйын рәүешендә юл хәрәкәте талаптарын үҙләштерәсәк, ретро-автомобилдәр музейында буласаҡ. Һәр хәлдә күңелһеҙләнергә форсат булмаясаҡ.