Социаль мәсьәлә
16 Января 2020, 14:00

34 кешене мәхрүм иткәндәр...

Яңыраҡ сәләмәтлек мөмкинлетәре сикләнгән балалары булған ғаиләләрҙе торлаҡҡа мохтаждар исемлегенән һыҙып ташлағандар.

Һис көтөлмәгәндә закондарҙың үҙгәреүе, чиновниктарҙың мәсьәләнең асылына төшә алмауы арҡаһында күпме кешенең яҡшылыҡҡа өмөтө юғала, яҙмыштары ыуала. Контроль-иҫәп палатаһының аудиторы Владимир Малковтың әйтеүенсә, яңыраҡ сәләмәтлек мөмкинлетәре сикләнгән балалары булған ғаиләләрҙе торлаҡҡа мохтаждар исемлегенән һыҙып ташлағандар.
“Был – законды тупаҫ боҙоу, - тип иҫәпләй тикшереүселәр, - Сәбәбе - мәсьәләгә формаль ҡарау. Эйе, ҡайһы бер сирҙәр исемлеге буйынса үҙгәрештәр бар, әммә тәү сиратта был хәл чиновниктарҙың миһырбанһыҙлығы, битарафлығы арҡаһында килеп сыҡҡан.”
Шул арҡала торлаҡҡа өмөт иткән 34 инвалидты исемлектән һыҙғандар. Тикшереүҙән һуң һигеҙ граждандың хоҡуҡтарын ҡайтарғандар. Ҡалған 26 инвалидты сиратҡа кире ҡуйырҙармы, улар торлаҡҡа хоҡуҡтарын һаҡлай алырмы, әлегә билдәһеҙ.
Фото: Контроль - иҫәп палатаһы.
Читайте нас