Декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Туймазы ҡалаһында булғайны. Балалар поликлиникаһын ҡарап сығып, халыҡ менән аралашҡан саҡта бәләкәй генә Айһылыу исемле ҡыҙ төбәк етәксеһенә Яңы йыл теләге яҙылған ҡағыҙ тотторғайны. Һәм бына бөгөн уның теләге тормошҡа ашты.
Беләһегеҙме нимә һораған был бәләкәй ҡыҙыҡай? Инвалид ағаһы өсөн коляска!
Артур Заһиҙуллинға 15 йәш. Малайҙа балалар церебраль фалижының ауыр формаһы. Реабилитация программаһы буйынса, уға алты йыл һайын коляскаһын алмаштырып торорға тейештәр. Былтыр уны сираттағы тапҡыр алмаштырыу ваҡыты еткән, тик тәҡдим ителгәндәре бик уңайһыҙ булған. Шуға күрә яңы һәм төрлө файҙалы функцияларға бай коляска алыу Заһиҙуллиндар ғаиләһе өсөн ҙур шатлыҡҡа әйләнгән.
– 31 декабрҙә беҙгә Өфөнән шылтыраттылар һәм бер билдәле сайттан үҙебеҙгә оҡшаған колясканы һайлап алырға мөмкин тинеләр, – тип һөйләй малайҙың әсәһе Әлмирә Заһиҙуллина. – Тәүҙә беҙ быға ышанмай ҙа торҙоҡ. Шулай ҙа сайтҡа индек һәм уңайлыһын һайлап алдыҡ. Ул бик йәтеш, күп маневрҙар яһап була, хатта йоҡлап алырға ла мөмкин. Иң мөһиме - уның улымдың кәүҙәһен ныҡлы тота торған махсус тотҡостары ла бар. Гипертонус һәм парез сәбәпле балам кәүҙәһен контролдә тота алмай шул. Башҡортостан Башлығына һәм колясканы килтереп биргән кешеләргә ҙур рәхмәт!
Малайҙың ауыр сире ғаилә тормошона үҙгәрештәр индерә, әлбиттә. Тик улар бар ҡыйынлыҡтарҙы ла лайыҡлы үткәрә. Артур республика дистанцияла белем биреү үҙәгендә уҡый. Ул компьютер алдына ултыра, әсәһе скайп тоҡандыра һәм бала дәрестәр ала башлай. Рус теле һәм әҙәбиәте, математиканы ул өйҙә өйрәнә.
Ғаилә башлығы эштә саҡта, әсәһе улын ҡарай, бер юлы художество гимнастикаһы өсөн костюмдар тегә. Спорттың был төрө менән оҙаҡ ваҡыт ете йәшлек Айһылыу шөғөлләнгән икән. Хәҙер ул бейеүҙе үҙ итә башлаған, ә әсәһе башҡа гимнасткалар өсөн сағыу костюмдар тегеүен дауам итә.
Беренсе класта уҡыған Айһылыу дәрестәрҙән һуң ашығып өйөнә ҡайта – уға әсәһенә ярҙам итергә, ағаһы менән аралашырға кәрәк. Һеңлеһе Артур ағаһын ныҡ ярата һәм уның хәлен аңлай. Күрәһең, шул сәбәпле Яңы йыл хыялын да ул туғаны өсөн теләгәндер.
Башҡортостан Башлығы исеменән колясканы ғаиләгә Туймазы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Подоприхин тапшырған.
Фото Туймазы хакимиәте сайтынан.