– Быйыл беҙ тулыһынса фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яйға һалырға тейешбеҙ. Әле беҙҙә 300-ҙән ашыу ФАП алмаштырыуҙы талап итә. Быйыл планға ярашлы 80-ен эшләйәсәкбеҙ. Бында шуға иғтибар итергә кәрәк: илдә бер ФАП хаҡы айырмаһы бик ҙур – өс миллион һумдан 12 миллион һумғаса. Беҙ һәйбәт зонала – өстән биш миллион һумғаса. Был - бик ҙур аҡса түгел. Һәм әгәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығы заявка эшләһә, беҙ тағы әҙерәк аҡса өҫтәп, 100 ФАП алмаштырыу кимәленә сыға аласаҡбыҙ. Иң мөһиме, аҙаҡ улар буш тормаһын. Унда килеп эшләрлек фельдшерҙар булһын, – тине Радий Хәбиров.
Был һөйләшеү Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуға арналған видеоконференция ваҡытында алып барылды.
Президент билдләүенсә, 1 июлдән һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһы эшләй башлаясаҡ. Бөтә ил буйынса поликлиника, район дауаханалары, ашығыс ярҙам станцияларын ремотларға һәм йыһазландырырға кәрәк. Бының өсөн 500 миллиард һум аҡса бүленгән дә инде. “Беҙҙең бурыс ваҡытында төбәк проекттарының паспортын яҡлау һәм артабан да был аҡсаны алыу өсөн заявкалар биреү”, – тине был турала Радий Фәрит улы.
Владимир Путин табиптар һәм фельдшерҙарҙың, айырыуса ауылдарҙа, ҡасабаларҙа, бәләкәй ҡалаларҙа йәшәгәндәренә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Был йәһәттән Радий Хәбиров район хакимиәттәре башлыҡтарына яуаплыраҡ булырға һәм мөһим эште еренә еткереп башҡарырға ҡушты.
– Ошо көндәрҙә мин Тәтешле һәм Балтас райондарында эш сәфәре менән булдым. Ике муниципалитет та яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Йыраҡта урынлашҡан, ҡатмарлы климатлы Балтас районында ни бары ике табип ҡына етешмәй. Ҡайҙа башлыҡ эшләй, шунда барыһы ла яҡшы, – тине төбәк етәксеһе.
Һөйләшеүҙә медицина вуздарына маҡсатлы бюджет урындары булдырыу темаһы ла күтәрелде. Киләсәктә бюджет урындарҙың “Дауалау эше” белгеслеге буйынса 70 проценты, “Педиатрия” буйынса 75 проценты маҡсатлы булырға тейеш. Төбәктәр уҡып бөткән белгестәрҙе эш урыны менән тәьмин итергә бурыслы.