Социаль мәсьәлә
17 Января 2020, 10:00

Ниңә балалар пособиеһы һаман юҡ?

Был хәлгә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлатма биргән.

“Өфө 1” мәғлүмәт порталы хәбәр итеүенсә, бәғзе әсәйҙәр баш ҡалала әлегәсә балалар пособиеһы түләнмәүенә зарлана.
Әйтеүҙәренсә, Рәсәй Президенты вәғәҙәләгән пособиеларҙан тыш, йәш ярымға тиклем түләнә торғаны ла һаман банк иҫәбенә күсерелмәгән. Быға тиклем пособиеларҙы айҙың унынсы көнөнә тиклем алғандар, әле айҙың яртыһы уҙып киткән, ә аҡса һаман юҡ икән.
Ошоларҙы бәйән икән Э. ханым – игеҙәктәр әсәһе, ул 20 мең һумдан ашыу пособие алырға тейеш.
Был хәлгә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлатма биргән. Әйтеүҙәренсә, балалар пособиелары 26 ғинуарға тиклем түләнәсәк. Тотҡарлыҡтың сәбәбе – оҙайлы Яңы йыл байрамдары. Әммә был ғәмәл һис тә ҡаралған норманан ситләшмәй, барыһы ла ҡануниәт нигеҙендә башҡарыла.
Фото: braslav-star.by
Читайте нас