Социаль мәсьәлә
17 Января 2020, 08:47

Пенсия түләүҙә яңы алымдар

Аҡсаһын Пенсия фондында ҡалдырғандар һәм дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды клиенттары өсөн 2014 йылға тиклемге пенсия тупламын “гарантияланған пенсия планы” (ГПП) тип аталған яңы пенсия схемаһына күсереү срогы төрлө буласаҡ. “Российская газета” хәбәр итеүенсә, бындай схемаға ваҡытынан алда күскәндә әлеге кеүек инвестиция килемен юғалтыуға юл ҡуйылмаясаҡ.

Аҡсаһын Пенсия фондында ҡалдырғандар һәм дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды клиенттары өсөн 2014 йылға тиклемге пенсия тупламын “гарантияланған пенсия планы” (ГПП) тип аталған яңы пенсия схемаһына күсереү срогы төрлө буласаҡ. “Российская газета” хәбәр итеүенсә, бындай схемаға ваҡытынан алда күскәндә әлеге кеүек инвестиция килемен юғалтыуға юл ҡуйылмаясаҡ.


“Граждан дәүләткә ҡарамаған бер пенсия фонды нигеҙендә гарантияланған пенсия планы иҫәбенә тупламын күсерергә ниәтләһә, ул быны комиссияһыҙ һәм инвестиция килемен юғалтмайынса шунда уҡ башҡара аласаҡ, – тине Рәсәй банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецов. – Әгәр ул пенсия тупламын икенсе фондҡа күсерергә теләһә, быны ғариза биргәндән һуң биш йыл үткәс кенә эшләргә мөмкин. Был осраҡта ла комиссия түләүҙең кәрәге юҡ, инвестиция килеме лә юғалмаясаҡ. Әйткәндәй, аҡсаны тулыландырыу буйынса ғәмәлдәге түләүҙәр ГПП иҫәбе асылған яңы урынға күсерелә”.

Пенсия тупламын Рәсәй Пенсия фондында ҡалдырған кешеләр өсөн дә ошондай уҡ алым ҡаралған: аҡса яңы фондҡа ғариза бирелгәндән һуң биш йылдан, ә ағымдағы иғәнәләр шунда уҡ күсә.


Рәсәй банкы вәкиле әйтеүенсә, тупламды гарантияланған пенсия планына һалыу өсөн иғәнәне шунда уҡ түләй башлау талап ителмәй, тупланғанды ғына күсереп торорға була.


ГПП-ға аҡса күскәс, смартфонға иҫәптең торошо тураһында мәғлүмәт алырға, буласаҡ пенсияны 100 һумға арттырыу өсөн күпме аҡса һалыуҙы күҙалларға мөмкин. “Кеше өйөнән сыҡмайынса ҡарар ҡабул итеп, уны гаджет ярҙамында системаға тапшыра ала, – тине Сергей Швецов. – Ул онлайн тәртибендә иҫәпте тикшерә, аҡсаның күсеү-күсмәүен асыҡлай.

Пенсия тупламының тулыһынса ирекле иғәнәләргә нигеҙләнгән яңы схемаһы 2021 йылдан ғәмәлгә индерелә. Әле Хөкүмәт тейешле закон проектын Дәүләт Думаһы ҡарауына тәҡдим итергә әҙерләнә.


Уларҙың ташламалары бар


Пенсия алды йәшенә еткән граждандарҙың статусы рәсми рәүештә раҫланған. Рәсәй Пенсия фонды ошо хаҡта хәбәр итте.


Билдәле булыуынса, 315 мең кеше тураһындағы мәғлүмәттәр эш биреүселәргә тапшырылған. Тағы 300 мең кеше тураһында мәғлүмәттәр мәшғүллек үҙәктәренән ингән. Рәсәйҙең 141 мең кешеһе социаль тәьминәттең Берҙәм мәғлүмәти системаһы аша пенсия алды льготаларын алыу хоҡуғын раҫлаған. Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетында 370 мең кеше үҙенең статусын үҙгәрткән.


Быйыл “Пенсия алды йәшенә еткән граждан” төшөнсәһе Рәсәй ҡануниәтендә беркетелде: ул пенсияға сығыу хоҡуғын алыуҙан биш йыл алдан билдәләнә. Оло йәштәгеләргә байтаҡ ташламалар тәҡдим ителгән. Мәҫәлән, уларҙы эштән ҡыуған өсөн эш биреүселәрҙе енәйәт яуаплылығы көтә.


Ошонан тыш, йыл һайын ике көн дауамында уларға диспансерлаштырыу үтеү мөмкинлеге бирелгән. Пенсия йәшенә еткән граждандар өсөн һалым льготалары ла билдәләнгән.


Фото: juristpomog.com



Читайте нас