Социаль мәсьәлә
17 Января 2020, 11:05

"Әсәлек капиталы" буласаҡ!

Ошоға тиклем күп һорауҙар тыуҙырған мәсьәлә “әсәлек капиталы”на бәйле ине. Хәҙер Президент ҡарары менән ул хәл ителде, программа кәмендә 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылды.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенә арнап видеоконференция үткәрҙе. Төп иғтибар демография мәсьәләһенә арналды.
– Ошоға тиклем күп һорауҙар тыуҙырған мәсьәлә “әсәлек капиталы”на бәйле ине. Хәҙер Президент ҡарары менән ул хәл ителде, программа кәмендә 2026 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтылды. Ул ғына түгел, капиталдың күләме артты һәм беренсе балаға ла тапшырыла башланы, – тине Радий Хәбиров.
Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнеүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләге беренсе бала өсөн 466 мең һумлыҡ “Әсәлек капиталы” алыу хоҡуғы бар. Тағы бер мөһим ҡарар – икенсе бала тыуһа, уның күләме 150 мең һумға арта һәм 616 мең һум тәшкил итә. Өсөнсө бала тыуған осраҡта, ғаиләнең 450 мең һум күләмендәге ипотека бурысы ҡапланасаҡ.
– Быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, ҡыуаныслы ҡарарҙар, – тине Радий Хәбиров.
фото: sambia39.ru
Читайте нас