Социаль мәсьәлә
18 Января 2020, 19:40

Владимир Путин нимә хаҡында белдерҙе?

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан һуғыш һәм тыл ветерандарын ҙур бүләк көтә.

Бөгөн бик яҡшы яңылыҡ билдәле булды. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы һәр һуғыш ветераны бер тапҡыр түләнә торған 75 мең һум аҡса аласаҡ.
Тыл ветерандарына иһә 50 мең һум түләнәсәк. Был турала ил Президенты Владимир Путин ветерандар һәм патриотик йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашҡан саҡта белдерҙе.
Рәсәй етәксеһе әйтеүенсә, быға тиклем байрам айҡанлы һуғыш ветерандарына – ун, тыл хеҙмәткәрҙәренә бишәр мең һум түләнә ине.
"Быйыл беҙҙә ҙур юбилей, Еңеүгә - 75 йыл. Ошо датаға бәйләп аҡса түләргә булдыҡ: һуғыш ветерандарына һәм уларға тиңләнгән барлыҡ категорияларға ҡараған граждандарға - 75 мең һум, ә тыл ветерандарына - 50 мең һум", - тине Владимир Путин.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас