Социаль мәсьәлә
21 Января 2020, 06:00

Ташландыҡ мәктәптән - торлаҡҡа

Район хакимиәте етәкселәре уға бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған иҫке ташландыҡ мәктәптәге кабинеттан урын бирә. Был ваҡиға халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырҙы.

Благовещен районында йәшәүсе пенсионер ташландыҡ мәктәптә йәшәгәндән һуң торлаҡлы булды.
Өлкән йәштәге Евгения Цуркова янғындан һуң йорт-ҡаралтыһыҙ ҡала. Район хакимиәте етәкселәре уға бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған иҫке ташландыҡ мәктәптәге кабинеттан урын бирә. Был ваҡиға халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырҙы.
Ниһайәт, пенсионерға ятаҡтан бүлмә бирәләр. Тик унда ла барыһы ла ал да гөл булмай. Бүлмә ремонт талап итә. Эш дауам иткән осорҙа әбейҙе таныштары үҙенә һыйындыра. Пенсионерға яңы торлаҡҡа күсенеүгә һәм йәшәүгә уңайлы итеүгә ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа табыла. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының йәштәр командаһы Евгения Митрофановнаға һәр яҡлап та ярҙам итә. Егет-ҡыҙҙарҙың был аҙымын хупларға ғына ҡала.
Әйтеүҙәренсә Тәфтиш комитеты был факт буйынса тикшереү эшен дауам итә.
Фото: ”Молодежка ОНФ”.
Читайте нас