Социаль мәсьәлә
22 Января 2020, 14:30

Өйһөҙҙәргә ярҙам үҙәге булдырыла

Изгелек ҡылыуға һәр саҡ урын бар

Башҡортостанда өйһөҙҙәрҙе реабилитациялау программаһы эшләй башлаясаҡ - социаль курс үткәреләсәк, түләүһеҙ нигеҙҙә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Социаль-гражданлыҡ статусы алырға, туғандарын табышырға, документтарын тергеҙергә, эшкә урынлашырға ярҙам итеү ҙә ҡаралған.
Проектты "Аҡтау" социаль адаптация үҙәгенең йәмәғәтселек инициатив төркөмө башлаған. Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә 25 кешене ҡабул итерлек бөтә нормаларға һәм ҡағиҙәләргә тап килгән торлаҡтар бар. Шулай уҡ өйһөҙҙәрҙең реабилитацияһы менән шөғөлләнергә әҙер терапевтар эшләй.

Ойошма йәмғиәтебеҙҙәге ошондай хәлгә битараф ҡалмаған кешеләрҙән матди һәм финанс ярҙам ҡабул итергә әҙер.

Фото: utv.ru
Читайте нас