Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенән күренеүенсә, өлкәндәрҙе лайыҡлы пенсия менән тәьмин итеү Рәсәй Конституцияһында нығытыласаҡ.
ToDay News Ufa хәбәр итеүенсә, ил Президенты эшләгән пенсионерҙарҙың пенсияһын күҙ уңында тота. Халыҡ закон проектынан пенсия менән тәьмин итеүҙең дөйөм ғәҙеллек, ихтирам нигеҙендә формалаштырылыуын көтә.
Үткән йылдың 1 ғинуарынан пенсия реформаһы ғәмәлгә индерелде. Хаҡлы ялға сығыу йәше ир-ат өсөн - 65, ҡатын-ҡыҙға 60 йәшкә тиклем арттырылды. Эшләүсе пенсионерҙар пенсияларын индексациялауҙы ҡайтарыуҙарына өмөтләнә.