Бәхет тураһында кем генә уйланмаған, ниндәй генә шиғырҙар яҙылмаған, тик уның формулаһын тапҡандар юҡ әле.
”Бәхеттең иң ҙуры – бәхетһеҙ кешене бәхетле итеүҙә”, тигән берәү. ”Бәхет бар ул төңөлөп бөткәндәргә лә”, тип өҫтәй икенсеһе. Ә бына Дүртөйлө районындағы ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәгән 31 йәшлек Альбина һәм 57 йәшлек Рауил Фәсхетдиновтың ҡатмарлы тормошта юғалып ҡалмайынса аһ-зарһыҙ бәхет өсөн көрәшеүе үҙе үк һоҡланыу тыуҙыра.
Яҙмыш уларҙы ошо интернатта осраштыра. Альбина - Өфө ҡыҙы. Уны Мәскәүҙә туҡмалған көйө табалар. Баш ҡала дауаханаһында билдәһеҙ пациент булып йыл буйы ята. Башҡортостандан икәнлеге асыҡланғас, тыуған яғына алып ҡайталар. 2012 йылда беренсе төркөм инвалидлығын бирәләр. Атлай ҙа, хәрәкәтләнә лә алмай, бары түшәктә ята. Интернаттың миһырбанлы хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән яңынан яҙырға, һүрәт төшөрөргә, атларға өйрәнә. Иҫке Байыш интернаты директоры Эльза Шәйхетдинова әйтеүенсә, Альбина үҙе ҙур тырышлыҡ күрһәтә, үҙаллы йәшәргә ынтыла.
2017 йылда интернатҡа Миәкә районынан килгән Рауилды урынлаштыралар. Ул – икенсе төркөм инвалиды. Элек йыһаздар етештереүҙә эшләгән. Мәскәүҙәге ҡыҙы йыш ҡына килеп хәлен белешеп тора. Ҡаҡса ғына, гел башы ауыртыуҙан яфаланған ҡыҙҙың дауаханала йыш ятыуын, ярҙамға мохтажлығын күреп, ул да борсола. 2018 йылда интернат директорының рөхсәтен алып, дауаханала ятҡан Альбинаға бергәләп тормош ҡорорға тәҡдим яһай. Ҡыҙ уйлап ҡарарға вәғәҙә итә.
Ошо уҡ йылда никах уҡытып, улар айырым бүлмәгә йәшәргә күсә, тип хәбәр итә “Башинформ”. Альбинаның хәле яҡшырыуға бара, беренсе инвалидлыҡ төркөмөн алғандар. Саңғыла йөрөй, бәйләм бәйләй. Рауил - балта оҫтаһы, яңыраҡ эш тә тапҡан. Айырым йәшәргә уйҙары ла бар. Беҙ уларға сабырлыҡ, һаулыҡ һәм, әлбиттә, бәхет теләйбеҙ.