Социаль мәсьәлә
25 Января 2020, 12:25

"Яратам һине!"

Ҡатыны бәпәй тапҡанда, Рөстәм Нәбиев уның янында булған.

Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалып та тормошта юғалып ҡалмаған Рөстәм Нәбиевтең икенсегә атай булыуы хаҡында һөйөнсөләгәйнек инде.
Рөстәм кәләше бәпәй тапҡанда уның янында булғаны, кисергән уй-тойғолары хаҡында Инстаграмдағы сәхифәһендә уртаҡлаша. Атай кешене бала табыу бүлмәһенә коляскаһын дезинфекциялап индергәндәр. “Баланы үҙем таптырҙым. Шундай мөғжизә өсөн рәхмәт, Индира! Яратам һине!” тип яҙған әүҙем блогер.
Рөстәм шулай уҡ сәхифәһенә бәхетле күренештән видеолар ҙа ҡуйған. Унда баланың илаған тауышы ишетелә.
Беҙ ҙә йәш ғаиләне бәхетле минуттары менән ҡотлайбыҙ!
Фото: «Бәйләнештә»

Читайте нас