Ҡыҙҙарҙың штанга күтәреү менән шөғөлләнеүенә йыш ҡына ҡырын ҡараш ташлайбыҙ. Йәнәһе, аҫыл зат эшеме ни...
Йәш үҫмерҙәр араһында Белгород өлкәһенең Иҫке Оскол ҡалаһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселегенә үткәрелгән ярыштарҙан Раевка спортсылары ҙур уңыштар менән ҡайтты, тип хәбәр итә “Әлшәй хәбәрҙәре”. Беҙҙең республиканан саҡырылған ете спортсының икәүһе - Раевка ауыр атлетика мәктәбе тәрбиәләнеүселәре.
- Иҫке Осколда тәүге тапҡыр ғына сығыш яһамайбыҙ. Бында ҙур ярыштар өсөн бына тигән шарттар тыуҙырылған, беренселек юғары кимәлдә үтте, - ти Әлшәй спортсыларының тренеры Ринат Риф улы.
Ул - ошо ярыштарҙа 59 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Рәсәйҙең бронза призеры булған 19 йәшлек Альбина Миңлейәрованың атаһы. Ҡыҙын ауыр спорт төрөнә ылыҡтырған атай уңышлы сығыштан ҡәнәғәт.
Ә спорт мастерлығына кандидат, 18 йәшлек Руслан Моратхужин 73 килограмға тиклем ауырлыҡ үлсәмендә дүртенсе урынды алды.