Республика гигиена һәм эпидемиология үҙәгендә снюстарҙың тәьҫирен лаборатория хайуандарында һынап ҡарағандар. Был хаҡта ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Үҙәк белгестәре ай буйына рейд үткәрҙе. Төп маҡсат – снюстар һатылыуын асыҡлау һәм тыйыу. Тартып алынған продукция лабораторияла тикшерелде. Һөҙөмтә борсоуға һалырлыҡ. Снюстың токсик һәм тирене ҡуҙғытыусы тәьҫире тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә бик хәүефле икәнлеге асыҡланған. Тәжрибәлә ҡатнашҡан йән эйәләре бер сәғәт эсендә һәләк булған, хайуандарҙың тән ауырлығының бер килограмына снюстың дозаһы ни бары 0,5 грамм тәшкил иткән.
Билдәле булыуынса, коммерсанттарҙың күбеһе магазин кәштәләренән снюстарҙы алды. Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан бәлиғ булмағандарға был ағыулы матдәләрҙе һатыуҙы тыйған закон ҡабул ителде.
Фото: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.