Ауырғазы районының Талбазы ауылында “Беҙҙең эш” тигән коворкинг-үҙәк асыуға республика ҡаҙнаһынан – 900 мең һум, урындағы бюджеттан иһә 300 мең һум аҡса бүленгәйне. Үҙәктең маҡсаты – социаль бәйләнеш булдырыу, үҙ эшен асҡан кешеләргә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Үҙәктә оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, семинарҙар һәм белем биреү сараларын ойоштороу күҙаллана. Бында балаларға ташламалы шарттарҙа өҫтәмә белем биреү ҙә ҡарала.
Әле үҙәктә IT-белгестәр өсөн биш эш урыны булдырылған, 20 урынлыҡ конференция залы, һөйләшеүҙәр, хеҙмәт күрһәтеүҙәр өсөн бүлмәләр, эшҡыуарҙар өсөн офистар бар. Йыһаз һәм интернет, кәрәкле техника менән тәьмин ителгән офистарҙы ҡуртымға алырға мөмкин.