Һүҙҙе йыраҡтаныраҡ башлайыҡ. Былтыр V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына – халҡыбыҙҙың оло йыйынына донъяның төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар килгәне мәғлүм. Зилә Аҫылғужина ла – шундайҙарҙан. Ул бөйөк Мәжит Ғафуриҙың яҡташы, Еҙем-Ҡаран ауылынан. Һуңғы 15 йылда Испанияның баш ҡалаһы Мадридта йәшәй.
Ул Ҡоролтайҙың демография һәм һаулыҡ һаҡлау секцияһы эшендә ҡатнашҡайны. Был тармаҡ нисә йыл инде Рәсәйҙең иң көнүҙәк проблемалары рәтендә ҡала. Һүҙ ыңғайы Зиләнән, Испанияла демография йәһәтенән ниндәй үҙенсәлектәр бар, унда әсәлек һәм балалыҡ проблемаларына ҡараш ниндәй, тип һорашҡайныҡ. Әңгәмәсебеҙ түбәндәгеләрҙе бәйән итте.
Испания – иҫ киткес үҙенсәлекле ил, уның тарихи-мәҙәни мираҫы бик бай, һәр ҡала – үҙе музей, тарихи ҡомартҡы, архитектура өлгөһө. Әлбиттә, бар донъя туристарын йәлеп иткән диңгеҙ, бик тә уңайлы климат, йәшеллек менән дә маҡтана ала был дәүләт. Шуға ла, пенсия йәшенә еткәс, Европаның төрлө илдәренән фәҡәт Испанияға килеп төпләнгән кешеләр күп. Хәйер, эшләйем тигән кеше өсөн дә был илдәге шарттар уңайлы, ҡануниәт йәһәтенән дә ҡаршылыҡтар күп түгел.
Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, испан ҡатын-ҡыҙҙары уртаса 31 йәштә әсә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуымдың кәмеүе бында ла ҙур проблема. Билдәле булыуынса, һуңғы ун йыллыҡта ғына ошо күрһәткес 40,7 процентҡа кәмегән. 2018 йылда тыуым буйынса илдә һуңғы 20 йылдағы иң түбән күрһәткес теркәлгән (370 мең бала донъяға килгән). Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәр бишенсеһен сит ил ҡатын-ҡыҙҙары тыуҙырған. Испанияла бер ҡатын-ҡыҙға уртаса 1,25 бала тура килә.
Әйткәндәй, Европала үҙҙәре теләп бала табыуҙан бөтөнләй баш тартҡан ғаиләләр бар, ундайҙар тормош йәмен башҡа ғәмәлдәрҙән эҙләй. Ошо йәһәттән беҙҙең ил бик айырыла: Рәсәйҙә ғаилә, әсәлек ҡиммәттәре юғары баһалана, демография һәм һаулыҡ һаҡлау, ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бүленә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Испанияла декрет ялы балаға 16 аҙна тулғанға ҡәҙәр генә дауам итә, аҙаҡ ҡатын-ҡыҙ эшкә сығырға тейеш.
Әсәлек һәм балалыҡ яҡлаулы
Илебеҙҙә был йәһәттән хәлдәр бөтөнләй икенсе икәнлеген бығаса йылдан-йыл камиллаштырыла барған социаль сәйәсәт буйынса баһалаһаҡ, күптән түгел тап ошо тармаҡты хәстәрләү йәһәтенән дәүләтебеҙҙә тарихи ҡарарҙар ҡабул ителгән осорҙоң да шаһиты булдыҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа быйылғы Мөрәжәғәтнамәһе быға тиклемгеләренән тулыһынса социаль йүнәлешле булыуы менән айырыла, тип әйтергә мөмкин. Ил етәксеһе сығышының төп өлөшө балалыҡты һәм әсәлекте яҡлау, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, демографияны яҡшыртыуға арналды.
Владимир Путиндың әсәлек капиталын беренсе бала тыуыу менән үк бирергә ҡарар итеүе, һис шикһеҙ, аныҡ һөҙөмтәләргә өмөт биргән ҙур сәйәси аҙымдарҙың береһе. Уның күләме 466 мең һум буласаҡ. Ғаиләлә икенсе бала тыуһа, дәүләт ярҙамы 616 617 һум тәшкил итәсәк. Тыуымды арттырыу өсөн күрелгән саралар бының менән генә сикләнмәйәсәк. Өсөнсө бала тыуған осраҡта дәүләт бығаса алынған ипотеканың 450 мең һумын ҡаплаясаҡ. Бала өсөн ай һайын бирелә торған пособиены ете йәшкә тиклем оҙайтыу ҡаралғаны ла мәғлүм. Әйткәндәй, был яңылыҡтарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров та билдәләне, Мөрәжәғәтнамәнең иң һөйөнөслө һәм хайран ҡалырлыҡ үҙенсәлектәре тип атаны.
Түләүҙәр ҡасан башланасаҡ?
Иң шатлыҡлыһы шул: Рәсәй Президенты күрһәтмәһе буйынса, яңы түләүҙәр быйыл 1 ғинуарҙан билдәләнергә тейеш. Тимәк, ошо көндән алып донъяға килгән сабыйҙар өсөн ғаиләләр финанс ярҙамы аласаҡ. Әммә, барыбыҙ ҙа аңлап торабыҙ: ҡануниәтте үҙгәрештәргә ярашлы тәртипкә килтергәнсе, хатта бик тиҙ эшләгәндә лә, ярайһы ваҡыт үтәсәк.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Дәүләт Думаһында, яңы закондарҙың төп эстәлеге әҙер, тип белдерәләр. Февралдә, барлыҡ нескәлектәр иҫәпкә алынып, ҡанун ҡабул ителгән осраҡта ла, әсәлек капиталын 1 марттан бирә башлауҙары ихтимал. Ә икенсе һәм унан һуң тыуған балалар өсөн түләүҙәр механизмы Рәсәй Пенсия фонды тарафынан күптән яйға һалынған, тип белдерә власть вәкилдәре.
Әлеге ваҡытта әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонорға була: йорт, фатир төҙөү һәм һатып алыу, ошо маҡсаттағы сығымдарҙы ҡаплау өсөн. Дәүләт финанс ярҙамын балаларға белем биреүгә лә йүнәлтергә мөмкин (балалар баҡсаһы, мәктәп, юғары уҡыу йорто түләүҙәрен ҡаплауға). Шулай уҡ инвалид балаларҙы социаль адаптациялау өсөн дә тотонорға була. Унан тыш, икенсе балалары 2018 йылда тыуған, килеме бәләкәй булған ғаиләләр әсәлек капиталы иҫәбенә айлыҡ түләүҙәр юллай ала.
Капиталды – баҡса участкаһындағы йорт өсөн
Ошо көндәрҙә иһә тағы ла шул мәғлүм булды: Рәсәй Дәүләт Думаһы әсәлек капиталын ҡулланыу мөмкинлектәрен киңәйтә. Әлегә яңы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән. Уға ярашлы, дәүләт тарафынан бүленгән аҡсаны ғаиләләр баҡса участкаһында йорт төҙөүгә йә иһә булғанын төҙөкләндереүгә тотона аласаҡ. Закон проектында һүҙ шәхси торлаҡ төҙөлөш объекттары хаҡында бара. Шуға ла айырманы аңларға кәрәк: аҡсаны баҡса йорто төҙөү өсөн түгел, ә шәхси йорт һалыу өсөн бирәсәктәр. Был хаҡта Рәсәй Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар буйынса комитеты рәйесе Тамара Плетнева белдерә.
Әммә участкала быға тиклем төҙөлгән баҡса йорто торған икән, уның да программаға инеү “мөмкинлеге” буласаҡ. Бының өсөн бинаны йылытыу, коммуникациялар үткәреү талап ителә. Хәйер, был нормалар ҡануниәттә аныҡ билдәләнгән, шуға ла яңы закон проектында “реконструкциялау” тигән пункт бар. Ошонан һуң инде төҙөлөш объектын “шәхси торлаҡ йорт” тип билдәләһәләр, тимәк, әсәлек капиталын йортҡа коммуникациялар үткәреү өсөн файҙаланып буласаҡ. Был ғәмәл дә реконструкциялауҙың бер өлөшө булырға тейеш.
Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, әлегә тиклем әсәлек капиталы аҡсаһына шәхси төҙөлөш өсөн тәғәйенләнгән ерҙә генә йорт төҙөргә була ине. Әммә 2019 йылдың 1 ғинуарынан шәхси йорттарҙы баҡса участкаһында ла төҙөп булыу мөмкинлеген биргән закон ғәмәлгә инде. Тимәк, әсәлек капиталы тураһындағы ҡануниәт нормаларға ярашлы үҙгәртелә.
Ғаиләләр өсөн тағы ла бер яҡшы яңылыҡ – ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының әсәлек капиталын ғаилә иҫәбенә күсереү ваҡытын ике тапҡырға тиҙләтергә ҡарар итеүе мәғлүм булды.
Бының өсөн әле ведомствола тейешле документтар әҙерләйҙәр. Унан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың беренсе бала өсөн әсәлек капиталын түләүҙе индереү хаҡындағы тәҡдимен тормошҡа ашырыу өсөн күпме финанс саралары талап ителәсәген иҫәпләүҙәр ҙә бара. Был хаҡта Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Светлана Петрова белдергән.
Әсәлек капиталын банктағы иҫәпкә күсереү ваҡытын кәметеүгә килгәндә, ул 45 көндән ике тапҡырға кәметелергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта, әсәлек капиталын ғаиләгә тәғәйенләү ваҡыты үҙгәрмәйсәк.
Финанс сараларын банкка күсереү ваҡытына килгәндә, был – бик мөһим ғәмәл, сөнки илдең төп банктары ипотека килешеүен беренсе иғәнәне түләгәндән һуң ғына төҙөй. Был, үҙ сиратында, әсәлек капиталын беренсе иғәнә итеп файҙаланыуҙа тотҡарлыҡ тыуҙыра, йәғни заем алыусыларға иғәнә өсөн аҡса эҙләргә тура килә. Был йәһәттән, ғаиләләр өсөн төрлө милли проекттар сиктәрендә торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге юғарыраҡ булһын өсөн, министрлыҡ төрлө ғәмәли миҫалдарҙы баһалап ҡарамаҡсы.
Ипотека өсөн – түбәнерәк ставка
Шуныһы шатлыҡлы: республикабыҙҙа социаль мәсьәләләр һәр саҡ өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостан етәкселеге демография проблемаларын хәл итеүгә гел тейешле иғтибар бирә, йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса күп документтар ҡабул ителгән.
Әйткәндәй, әсәлек капиталына бәйле яңылыҡтар араһында республикабыҙға ҡағылышлы тағы бер матур хәбәр бар.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан властары күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека ставкаһын 5,5 проценттан өс процентҡаса кәметергә ҡарар иткән. Һүҙ “Жилстройсбережение” ипотека-һаҡлыҡ программаһы хаҡында бара. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының генераль директор урынбаҫары Евгений Декатов белдергән. Яңылыҡ икенсе йә унан һуңғы балалары 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләргә ҡағыласаҡ.
Программала 18 йәштән өлкән кешеләр ҡатнаша ала. Әлеге ваҡытта 7,5 мең кеше ошо программа буйынса торлаҡ өсөн аҡса туплай. Сағыштырыу өсөн: 2017 йылдың июненән ипотеканы ете процент ставкаһы менән биргәндәр, был мөмкинлекте республикала ике меңдән ашыу кеше файҙаланып өлгөргән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Мөрәжәғәтнамәһенә ҡағылышлы, “дәүләттең абруйын уның граждандарының лайыҡлы тормош кимәле билдәләй”, тигәйне. Һис шикһеҙ, әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға йүнәлтелгән яңы закондар илебеҙҙәге социаль хәлде юғарыраҡ кимәлгә генә күтәреп ҡалмай, кешеләргә өмөт һәм киләсәккә ышаныс өҫтәй.