Әсәле-ҡыҙлы Гөлназ һәм Зәлиә Хәкимовалар менән Әлшәй районында үткән Принц һәм принцессалар балында таныштыҡ. Уларҙың төҫлө ҡағыҙҙарҙан төрлө уйынсыҡтар, биҙәү әйберҙәре эшләүен ҡыҙыҡһынып ҡараныҡ.
– Бөгөн мәҙәниәт йортондағы ҙур байрамға килеүебеҙгә бик шатбыҙ, – тине Гөлназ Мәхмүт ҡыҙы. – Инвалид һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн киң ҡоласлы сара ойоштороп, уларҙың күңелен күрҙеләр. Тамашалар мауыҡтырғыс, һәр бала үҙенә яраҡлы, күңеленә ятҡан шөғөлдө тапҡандыр, тип уйлайым. Кемдер – ҡул эше, кемдер – ярыш, ә кемдер йыр аша таныша бөгөн.
Хәкимовтар ғаиләһендә ике бала үҫә. Улдары Марат – студент. 12 йәшлек Зәлиә мәктәптә яҡшы уҡыу өҫтөнә йыр, джаз менән мауыға. Ул хатта халыҡ-ара “Илһам” конкурсында ҡатнашырға өлгөргән. Ғаилә башлығы – педагог Гөлназ Мәхмүт ҡыҙының эш көнө Пионерҙар һарайында үтә, балаларға өҫтәмә белем бирә. Ул үҙе лә йыр-моң менән дуҫ, балалар менән яратып, күңел йылыһын биреп эшләй, йырлап йәшәй. “Ауырлыҡты йырҙар еңеләйтә, ҡыҫҡа итә оҙон юлдарҙы”, тип юҡҡа әйтмәгәндер шағир ҙа.
Рәсәй Президенты Владимир ПУТИН:
“Инвалидтарға мөнәсәбәт – йәмғиәттең мөһим өлгөрлөк, тупланғанлыҡ һәм йәшәүгә һәләтлелек күрһәткесе.
Сәләмәт йәмғиәт бер ҡасан да инвалидтарға һәм сәләмәтлеге буйынса ярҙамға мохтаж кешеләргә дәүләт
тарафынан битарафлыҡҡа, өҫтөн-мөҫтөн мөнәсәбәткә