Социаль мәсьәлә
2 Февраля 2020, 17:45

Хәлде тәфтишселәр тикшерә

Иглин үҙәк район дауаханаһындағы хәл тураһында алдан хәбәр иткәйнек. Әле унда...

Рәсәй Тәфтиш комитетының республикалағы Тәфтиш идаралығы Иглин үҙәк район дауаханаһында тейешенсә ярҙам күрһәтмәү тураһындағы хәбәр буйынса тикшереү ойошторҙо.
Киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзите сайтында, Иглин үҙәк район дауаханаһындағы хәл-торошто күрһәткән фото һәм видеолар таралғайны. Унда бер пациент иҙәндәге матраста ятһа, икенсеһе – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәне – инвалид коляскаһыҙ иҙән буйлап шыуыша. Ролик авторы иҫбатлауынса, бында ауырыуҙар, шул иҫәптән инвалидтар медицина персоналының ниндәй ҙә булһа ҡарауынан тыш ята.
Әлеге ваҡытта тәфтишселәргә пациенттарҙан, етәкселектән, медицина ойошмаһы хеҙмәткәрҙәренән һорауҙарға яуаптар алырға, вазифа инструкцияларын һәм башҡа документтарҙы өйрәнергә, теркәлгән хәлдең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, шарттарын асыҡларға кәрәк. Дауахана етәкселегенә, хеҙмәткәрҙәренә хоҡуҡи баһа биреләсәк. Тикшереү барышы, уның һөҙөмтәләре – республиканың Тәфтиш идаралығы етәкселеге ҡарауында.
Әлегә тиклем республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы видеолағы хәлдәр буйынса хеҙмәт тикшереүе үткәргән. “Бындай хәлдәргә күҙ йомманым һәм йоммаясаҡмын”, – тип яҙғайны министр Максим Забелин һәм был хәлде асыҡларға вәғәҙә биргәйне.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас