Социаль мәсьәлә
3 Февраля 2020, 20:35

"Видеояҙма махсус рәүештә һалынған"

Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы нимә тип белдерҙе?

Иглин үҙәк район дауаханаһының баш табибы Жанна Карунас “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына ойошмалағы медицина хеҙмәткәрҙәренең тейешенсә хеҙмәттәр күрһәтмәүе тураһындағы видеояҙма интернетҡа махсус рәүештә һалынған һәм ундағы факттарҙың ысынбарлыҡҡа тура килмәүе хаҡында һөйләгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 ғинуарҙа киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән “Башҡортостан” гәзите сайтында, Иглин үҙәк район дауаханаһынан видеояҙма таралғаны хаҡында хәбәр ителгәйне. Унда бер пациент иҙәндәге матраста ятһа, икенсеһе – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәне – инвалид коляскаһыҙ иҙәндә шыуыша. Ролик авторы иҫбатлауынса, бында ауырыуҙар, шул иҫәптән инвалидтар медицина персоналының ниндәй ҙә булһа ҡарауынан тыш ята.
Жанна Карунас әйтеүенсә, был видео махсус рәүештә таратылған һәм ул дауахананың, шул иҫәптән бар медицина хеҙмәткәрҙәренең намыҫына бысраҡ яға.
“Видео, ысынлап та, дауаханабыҙҙа яҡынса 2019 йылдың йәйендә төшөрөлгән. Был ваҡытта беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ир ята ине. Уға – 67 йәш, 2018 декабрендә операциянан һуң медицина күрһәткестәре буйынса килеп эләккәйне. Һауыҡҡас, уның бер ниндәй ҙә документтары булмауы, барыр урынының, торлағының, туғандарының юҡлығы асыҡланды. Беҙ уға паспорт, СНИЛС, ИНН-ды рәсмиләштерергә ярҙам иттек, пенсияһын юллап тергеҙҙек. Документтарҙы туплағас, Көҙәйҙәге йорт-интернатҡа ебәрҙек. Ул әле шунда йәшәй. Беҙҙә ҡарауһыҙ булыуына бәйле мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Кәрәкле дауалау уға ваҡытында күрһәтелде. Пациенттың ҡарамағында инвалидтар өсөн коляска бар ине, тик ул үҙе уны ҡулланыуҙан баш тартты, сөнки ул ваҡытта дауаханала ремонт эштәре барҙы. Ул осорҙа коляскала коридор буйлап йөрөүе ауыр һәм уға шыуышып йөрөүе уңайлыраҡ ине. Ә былай йыш ҡына дауахана биләмәһенә тәмәке тартырға сыҡты, колясканы, лифтты файҙаланды”.
Иҙәндәге матраста ятҡан икенсе пациент – 69 йәшлек ир – ауыр хроник психологик сир менән әллә нисәмә йыл йонсоно, даими ҡарауға мохтаж ине, тип хәбәр иткән баш табип. “Бер ай тирәһе беҙҙә дауаланды. Уның йыш ҡына тартышыуҙары була торғайны, шуға шәфҡәт туташтары, йәрәхәтләнмәһен тип, иҙәнгә төшөрә ине. Һәр ваҡыт улай булмай торғайны, тик тап ошо ваҡыт видеоға эләккән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2019 йылдың июлендә ир өҙлөгөүҙәр сәбәпле вафат булды”, – тип белдергән Жанна Карунас.
“Видеолағы факттар шулай күрһәтелгән, әйтерһең дә, пациенттарҙы ҡарарға бер кем дә юҡ. Беҙ ҡуйылған талаптарға һәм стандарттарға ярашлы эшләйбеҙ. Ашығыс ярҙам күрһәтәбеҙ, үҙебеҙгә хас булмаған мәсьәләләрҙе лә хәл итәбеҙ. Мәҫәлән, пациенттың бар социаль проблемаларын хәл иттек. 31 ғинуарҙа, видео ҡуйылған көндә, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин районда сәфәрҙә ине. Тап ошо мәлдә кемдер дауаханабыҙҙағы хәлде тотороҡһоҙландырырға, медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡара яғырға тырышҡан. Беҙ яҡынса кемдең видеоны төшөрөүен һәм интернетҡа һалыуын күҙаллайбыҙ. Тәфтишселәр был эшкә асыҡлыҡ индерер, тип ныҡ өмөт итәм”, – тигән Жанна Карунас.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы видеолағы хәлдәр буйынса хеҙмәт тикшереүен үткәргән. “Бындай хәлдәргә күҙ йомманым һәм йоммаясаҡмын”, – тип яҙҙы министр Максим Забелин һәм был хәлде асыҡларға вәғәҙә бирҙе.
Фото: “Баинформ”.
Читайте нас