Социаль мәсьәлә
5 Февраля 2020, 12:40

Радий Хәбиров семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша

Семинар Рәсәй Дәүләт советы президиумының һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф советының берлектәге киңәйтелгән ултырышы алдынан уҙғарыла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендә иҡтисад һәм социаль өлкә өсөн кадрҙар әҙерләүҙә Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең әһәмиәтен арттырыуға арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнаша.
Семинар Рәсәй Дәүләт советы президиумының һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф советының берлектәге киңәйтелгән ултырышы алдынан уҙғарыла. Ултырышты иһә 6 февралдә дәүләт башлығы Владимир Путин үткәрә. Унда семинарҙа ҡатнашыусыларҙың тәҡдимдәре буйынса фекер алышыу күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, ил Президентының Указына ярашлы, республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумының яңы составына индерелде.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас