Февраль айынан ”Ауыл ипотекаһы” эш башлай. Уны республикала бик күптәр көтә. Был хаҡта Хөкүмәт вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
- Ҡарар ҡабул ителгән, бары норматив документтарҙы әҙерләргә ҡалған. Беҙ башланғысты хуплайбыҙ, төбәктең халыҡ өсөн ставканы кәметергә мөмкинлеге һәм теләге булыуы бик яҡшы, - тине министр урынбаҫары Оксана Лут.
Программала ҡатнашыусыларҙың төҙөлөш өсөн ер майҙаны, фатир йәки шәхси йорт һатып алыу мөмкинлеге бар. Башланған төҙөлөштө тамамлау өсөн дә ипотека алырға була. 2020 - 2022 йылдарҙа Башҡортостанда финанслау күләме 4,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Ипотеканы быйыл алынған кредитты ҡаплауға ла тотонорға мөмкин.
”Ауыл ипотекаһы” ғүмерҙә бер тапҡыр ғына бирелә. Ошондай шәп ярҙам сараһынан файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ!
Фото: РБК Уфа һәм "Башинформ".